Бөгөн, 17 февралдә, “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы булды.
Уның эшендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин, шулай уҡ ведомствоның коллегияһы ағзалары, район-ҡала хакимиәттәренең мәҙәниәт өлкәһе өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәре, дәүләткә ҡараған мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар етәкселәре, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре ҡатнашты.
Коллегия ултырышын асып, Азат Бадранов мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә пандемия осоро шарттарына тиҙ ҡулайлашып, эште алып барыу рәүешен икенселәй ҡора алғандарына рәхмәт белдерҙе.
Тармаҡ был осорҙоң ҡатмарлылыҡтарын еңеп сыға алды, тине вице-премьер. Ул республиканың ҙур ҡаҙаныштарына туҡталып китте. “Пландар ҙур. Иң мөһиме – пандемия сигенә. Беҙ элекке эш темпына ҡайтырға, яҙҙы, яңырыу хисен тойорға тейешбеҙ”, – тине ул.
Вице-премьер бер төркөм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәтсәндәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның 2020 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, уңышлы проекттар менән таныштырҙы. Улар хаҡында быға тиклем гәзиттә яҙып үткәйнек. Министр шулай уҡ ағымдағы йылға төп бурыстар тураһында ла һөйләп үтте. Улар араһында – атаҡлы яҡташтарыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла, Сергей Аксаков, Нәжиб Асанбаев, Сергей Довлатовҡа арналған юбилей саралары.
Әлбиттә, Мәҙәниәт министрлығы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу тора.
Коллегия барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, республиканың һәр районында тыуған яҡты өйрәнеү музейы булырға тейеш, тип белдерҙе. Ул шулай уҡ 25 март – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Арт-ҡоролтай” республика форумы үткәрергә тәҡдим итте. “Сарала аралашыу республика мәҙәниәте үҫеше йүнәлештәрен күҙаллау йәһәтенән һөҙөмтәле булыр ине”, – тине ул. Әминә Ивний ҡыҙы, был ҡорҙо байрам кәйефен баш ҡала халҡы ғына түгел, ә бөтә Башҡортостан тойорлоҡ итеп үткәрергә ниәтләйбеҙ, тип билдәләне. Вице-премьер тап ошо көндә, 26 мартта, “Фольклориадаға тиклем – 100 көн” тигән кире хисаплама старт алырын әйтеп үтте.
Республика быйыл күләмле халыҡ-ара мәҙәни сара – Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә. Йәй Башҡортостан һәр тарафтан милли мәҙәниәттәр төрлөлөгөн, сағыулығын күрһәтергә килгән ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы ҡаршылар тип күҙаллана.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.