Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2021, 18:00

Милли музейҙа - яңы етәксе

Ошоға тиклем учреждениеның генераль директоры бурысын Марат Зөлҡәрнәев атҡара ине.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Милли музейына яңы генераль директор тәғәйенләнгән. Хәҙер учреждениеға Альбина Ярмуллина етәкселек итә. Ошоға тиклем был вазифаны Марат Зөлҡәрнәев атҡара ине.
Тарих фәндәре кандидаты Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина быға тиклем Сибайҙың Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры булып эшләгән. 2004 йылдан – СиБДУ-ның юридик факультетында тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы, 2010 - 2014 йылдарҙа – тарих кафедраһы мөдире, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты. 2015 йылдың ноябренән Сибай музейында эшләгән.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас