Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Февраль 2021, 13:30

Рива Исхаҡова вафат

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рива Исхаҡова 80 йәшендә вафат булды.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рива Исхаҡова 80 йәшендә вафат булды.
Рива Афзал ҡыҙы Исхаҡова 1940 йылдың 5 ғинуарында Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылында тыуған. 1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, БАССР-ҙың Сиҙәм театрына (әлеге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына) ебәрелә. 1966 йылда Салауат башҡорт драма театрына күсә.
1974 – 1995 йылдарҙа – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы. Иң билдәле ролдәре: Ә. Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” спектаклендә – Фәниә, М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда – Ҡаҙнабикә, Х. Зариповтың “Эх, кәләше лә кәләше!” спектаклендә – Ынйыбикә һ.б. Режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтовтың “Ай ҡыҙы” телесериалында уның Өләсәй роле тамашасылар һөйөүен яуланы.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас