Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Февраль 2021, 20:00

Алда ниндәй байрам концерттары көтә?

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан билдәле артистарҙың сығыштары буласаҡ, социаль селтәрҙәрҙә төрлө акциялар үтәсәк.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Өфөлә лә бик күп саралар буласаҡ.
Шулай итеп, 22 февралдә көндөҙгө 13.00 сәғәттә Рус драма театры алдындағы майҙанда “Ватан Геройҙарына бағышлана” open air концерты башлана. Унда популяр артистар, Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаясаҡ: Рәмил Баҙамшин, Геннадий Родионов, “Арғымаҡ”, Zainetdin төркөмдәре, “Йәшлек шоу-2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалсылары һ.б.
Концерттың төп ҡунаҡтарының береһе – йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов.
23 февралдә лә күп саралар ойошторола. Мәҫәлән, көндөҙгө 13.00 сәғәттә "Моторҙар эшләүсе” мәҙәниәт һарайы алдында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҙур байрам концерты башлана. Был сарала ла популяр артистар, танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Концертҡа инеү ирекле.
Шулай уҡ 19-23 февраль көндәрендә социаль селтәрҙәрҙә "Үҙебеҙҙең батырҙарҙы иҫләйбеҙ" ("Помним своих героев"), "Еңеү хаты" ("Письмо Победы"), "Үҙең рәхмәт әйт" ("Скажи спасибо лично"), "Ҡәҙерлеләр ҡосағында" ("Родные объятия") һәм #БЕҘҘЕҢҺАҠЛАУСЫЛАР (#НАШИЗАЩИТНИКИ) хэштегы менән акциялар үткәрелә. Уларҙа һәр кем ҡатнаша ала.
Автор фотоһы.
Читайте нас