Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Февраль 2021, 14:04

Баймаҡтар кино төшөргән

“Йондоҙҙарҙы оҙаттым...” нәфис фильмы үҙ тамашасыһын тапты.

Журналист Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияның тәүге лауреаты, оҙаҡ йылдар “Баймакский вестник”, “Республика Башкортостан” гәзиттәре хәбәрсеһе булып эшләгән, бөгөн “Баймаҡ телевидениеһы”ның директоры вазифаһын башҡарған Зөлфиә Сафинаны күптәр үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы журналист булараҡ белә. Йыл башында Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙы шылтыратып: “Беҙ кино төшөрҙөк, был хаҡта яҙырға теләгең юҡмы?” – тип һорағас, тәүҙә, шаярталыр, тип уйланым. “Ниндәй кино? Ҡайҙа, ҡасан?” – тигән һорауҙар үҙенән-үҙе яңғырағандай тойолдо.


...Ниһайәт, кино ҡаралды, ә күңелдә Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙы өсөн шатлыҡ хистәре уянды. “Бул­дырған! Бик матур һәм фәһемле кино төшөргән”, – тигән уйҙар менән ҡулыма ҡәләм алдым.
Зөлфиә Сафинаның был теләге уйламағанда килеп сыға. Билдәле башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың кино мәктәбе республика Башлығы Грантына лайыҡ була, “Ер һүҙе” тип аталған проект еңеү яулағас, уны тормошҡа ашырыу барышында, режиссерҙың кино өлкәһендә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәргә бушлай онлайн форматта уҡытыу мөмкинлеге тыуа. Ике ай дауамында проектта ҡатнашыусылар кино төшөрөү серҙәренә өйрәнә, сценарий яҙыуҙан алып уны экранға сығарыу юлдарына тиклем эш барышы менән таныша. Бөтәһе 40-тан ашыу кино төшөрөлә, шуларҙың береһе тап Баймаҡ ерлегендә донъяға килә лә инде.
Зөлфиә Сафинаның ижады күп яҡлы: күптәр уның матур сцена­рий­ҙар яҙып, төрлө байрам-кисә­ләрҙе сағыу итеп алып барыуын, пьесалар, шиғырҙар ижад итеүен дә белмәйҙер әле. Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, ти халыҡ та. Был юлы ла Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙы үҙенең буласаҡ киноһы өсөн 2016 йылда уҡ яҙылған сценарийын ҡулына ала. Рус теленән баш­ҡортсаға оҫта итеп уның ижадташ дуҫы Лилиә Ғәниева тәржемә итә.
– Әҙер сценарий өҫтөндә күп эшләргә тура килмәне, ҡайһы бер урындарын “Ер һүҙе” проектына ярашлы рәүештә төҙәтеп, бер аҙ үҙгәрттек, – тип уй-кисерештәре менән бүлешә әңгәмәсем. – Сценарийҙы тәҡдим иткәндә Булат Йосопов үҙе шәхсән ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева һәм башҡалар ҙа тыңланы. Минең эшем тәүге уҡыуҙа бер ниндәй төҙәтеүһеҙ ҡабул ителде. Декабрь аҙағында кино төшөрөү буйынса эште башлап ебәрҙек. Бер ниндәй аҡсаһыҙ, егермегә яҡын ирекмән-артистар ярҙамында тө­шөрҙөк. Әлбиттә, Баймаҡ те­ле­сту­дияһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмә­темде еткерәм, уларһыҙ бер нин­дәй ҙә эш килеп сыҡмаҫ ине. Был кино – дөйөм команданың берҙәм хеҙмәте, бергә эшләү һөҙөм­тәһендә барлыҡҡа килгән ижад емеше. Бигерәк тә мин ябай артистарға – кинола уйнаған геройҙарға оло рәхмәтемде еткергем килә.
Ысынлап та, “Йондоҙҙарҙы оҙат­тым…” фильмын ҡараған һәр кем тәүге сиратта сценарий авторы һәм режиссер Зөлфиә Сафинаның командаһы эшенә һоҡлана, геройҙарының ысын артистар кеүек уйнауына хайран ҡалалыр. Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән геройҙар кино барышында үҙ ролдәрен шул тиклем килештереп уйнай, хатта уларҙың сәхнә, кино сәнғәтенән шул тиклем алыҫ тороуына ла иғтибар итмәйһең. Мәҫәлән, төп герой Зәбирә инәйҙе – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәмзиә Романова, Әслиәне мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Көнһылыу Әхмәтова ҙур ихласлыҡ менән башҡара. Шулай уҡ Илнур Аслаев, Заһит Ғәбитов, Ильяс Сарбаевтар ҙа үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡараған.
Кинола тормоштағы төп проблемалар – балалар һәм уларҙың ата-әсәләре араһындағы мөнә­сәбәт, ҡартлыҡтағы бәхет, ейән­дәр­ҙең туған телдә аралашыуы, киләсәктә уны һаҡлап ҡалыу кеүек сетерекле мәсьәләләр бик оҫта һүрәтләнә, сағылыш таба. Иң мөһиме – башҡорт нәфис фильмы, тәжрибә бар, тимәк, киләсәктә Баймаҡ телестудияһы тыуған яғыбыҙҙың бай тарихы, уңған һәм эшһөйәр халҡы, күренекле шәхе­с­тәре һәм хозур тәбиғәте хаҡында ла бик күп документаль, нәфис фильмдар төшөрә аласаҡ. Афарин, Зөлфиә!
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас