Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Февраль 2021, 11:30

Айрат Сирбаев исемендәге конкурстың еңеүселәре билдәләнде

Бер йыл дауамында барған бәйгелә Баймаҡ районында тыуып үҫкән һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарай алды.

Башҡортостан Журналистар Союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы һәм “Һаҡмар” гәзите редакцияһы 2020 йылдың ғинуарында арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир, үткер ҡәләмле журналист Айрат Фирғәт улы Сирбаевтың яҡты иҫтәлегенә арнап шиғыр, ҡобайыр ижад итеүселәр һәм хикәйә яҙыусылар араһында ижади конкурс иғлан иткәйне. Иртәгә шағир һәм журналист Айрат Сирбаевтың тыуыуына - 50 йыл. Ошо уңайҙан Сыңғыҙҙа Айрат Сирбаевтың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә һәм уның исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһы үтте.
Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, "Һаҡмар" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, танылған журналист, БР Журналистар союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин белдереүенсә, конкурста ҡатнашырға теләүселәр бик күп булған. Төбәктә ижад иткән бихисап шағирҙар һәм яҙыусылар, ысын ҡәләм оҫталары табылған, яңы исемдәр асылған.
- Айрат Сирбаев ижадында тыуған ер, Ватан, тәбиғәт, мөхәббәт темалары өҫтөнлөк итте, әҫәрҙәрендә халҡына, бай сәнғәтенә мәдхиә йырланы. Айраттың әйтер һүҙе тос, берәгәйле ине, уның шиғырҙары үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып торҙо. Шуға күрә уның исемендәге бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күбеһенең эштәрендә тап ошо теманы үҙ итеүҙәре лә юҡҡа түгел. Конкурс бик юғары кимәлдә үтте, иң яҡшы эштәр абруйлы жюри тарафынан бик ғәҙел баһаланды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ойошторусылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм, - тине Азамат Салауат улы.
Конкурста Гран-при яулаусы Ишдәүләт Сәфиуллин да үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бәйге тураһында йылы кисерештәре менән уртаҡлашҡан:
"Ниңәлер ижад менән булышҡан кешеләр бер ҡатлы, хыялый, ниндәйҙер сит-ят мөхиттән килгән заттар кеүек була, тигәнерәк ҡараш йәшәй. Быны ғәҙәттә әҙәбиәт донъяһын аңламаусы, уға битараф булғандар уйлап сығара торғандыр. Ысынында иһә ижад итеүҙең бер ниндәй ҙә ояты юҡ, ул кешенең донъяға ҡарата уй-кисерештәрен ябай тел менән түгел, ә фәҡәт күңел түрҙәренән, иң зауыҡлы биҙәктәргә генә төрөп, башҡалар иғтибарына ҡағыҙ юлдарына сығарып еткерә белеү оҫталығы тиер инем. Шул уҡ ваҡытта ижад ул иң көслө ҡорал булараҡ та баһалана. Милли батырыбыҙ Салауаттың, тура һәм үткер телле сәсәнебеҙ Аҡмулланың ҡыйыу әҫәрҙәре заманында барса дошмандарҙы дер һелкеткән, үҙ янына тоғро фекерҙәштәр туплаған.
Арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағирыбыҙ, оҫта яҙыусыбыҙ һәм ысын журналисыбыҙ Айрат Сирбаевтың тыуыуына 50 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисәлә ҡатнашҡан көндө мин шундайыраҡ уйҙарға бирелеп ултырҙым. Был кисәгә бар күңеле менән туған телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе яратҡан ысын ижадсылар йыйылғайны. Уларҙың бер-береһен ҡабатламаҫ, бик йөкмәткеле, матур әҫәрҙәре Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге һәм районыбыҙҙың журналистар ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән ижади конкурста ҡатнашып, яратҡан гәзитебеҙ "Һаҡмар"ҙың биттәрендә һәм уның сайтында донъя күрҙе. Конкурстың баһалама комиссияһы рәйесе, яҡташыбыҙ Лилиә апай Ҡәйепова билдәләгәнсә, арабыҙҙа профессионалдарҙан ҡалышмаған ысын шағирҙар һәм яҙыусылар бар икән дә баһа. Уларҙы табып, дәртләндереп, киң йәмәғәтселек иғтибарына еткереүҙә ошондай конкурстар бик ҙур роль уйнай. Әгәр ошо сара булмаһа, беҙ Гөлдәр Кәлимуллина, Көнһылыу Сөләймәнова, Илгиз Әхмәтов, Мөғлифә Аралбаева, Ишдәүләт Сафиуллин, Миңзәлә Сирғәлина, Юлдаш Мусин, Зәкиә Сөләймәнова, Миләүшә Юлдашбаева, Илнара Аҡбулатова, Альбина Ҡәйепова һәм башҡа бик күптәрҙең арабыҙҙа йәшеренеп ятҡан ысын ижади гәүһәрҙәр икәнлеген бөтөнләй белмәгән булыр инек. Кисәлә Айрат ағайҙы барса туғандары, дуҫтары, коллегалары һәм уны белгән кешеләр тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Айрат ағай оҫта ижадсы ғына түгел, ә бик ябай, бик яҡшы кеше, тоғро дуҫ һәм ысын иптәш була белде. Уны барыһы ла ихтирам итте. Әгәр шулай булмаһа, хәтер кисәһе ойошторолған тыуған ауылы клубында зал буп-буш булыр ине. "Үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел" тигәндәй, арабыҙҙа йөрөүсе бөйөк шәхестәрҙе үҙҙәре иҫән сағында уҡ ҡәҙерләргә һәм хөрмәтләргә бурыслы икәнебеҙҙе онотмаһаҡ икән ул. Тағы ла шуны өҫтәп үтке килә. Айрат Сирбаев исемендәге поэзия, проза һәм ҡобайыр ижад итеүселәрҙең конкурсы беҙҙә әле беренсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ул киң ҡатлам уҡыусылар араһында ҙур танылыу яуланы һәм оло резонанс тыуҙырҙы. Конкурста тәүләп тигәндәй үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләгән мәктәп уҡыусыларының да ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы күренеш. Тимәк ижади бәйгенең киләсәге бар. Тик быға йәштәрҙе тағы ла күберәк йәлеп итеү генә кәрәк. Был уҡытыусыларҙың йәки журналистар ойошмаһының ғына түгел, ә барыбыҙҙың да дөйөм һәм изге бурысы"
Фото: Ишдәүләт Сәфиуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас