Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Февраль 2021, 14:45

Халыҡсан шағирәгә – 60 йәш!

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллинаның шиғырҙары республика баҫмаларында - “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә әленән-әле донъя күрә.

Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, ижады менән күптәрҙең күңелен яулаған популяр шағирә, Баймаҡ һылыуы Фирүзә Абдуллинаға – 60 йәш!

Фирүзә Абдуллина (Байтурина) 1941 йылдың 24 февралендә Баймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуған. Баймаҡ интернат-мәктәбен, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай, 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай.

Фирүзә Абдуллина мәктәп йылдарынан уҡ шиғырҙар яҙа. Стәрлетамаҡта уҡыған сағында “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңәрәгенә йөрөй, шиғырҙары матбуғат биттәрендә баҫыла. 1982, 1984 йылдарҙа сыҡҡан “Йәш көстәр” йыйынтыҡтарына Фирүзә Байтуринаның да шиғырҙары ингән. Шағирәнең 2015 йылда "Барыһы ла яҡшы буласаҡ!", "Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!", 2016 йылда "Ихлас күңелдән!" исемле йыйынтыҡтары донъя күрә. Был китаптарҙы шиғыр һөйөүселәр яратып ҡабул итте. Авторҙың "Йәйғор сатыр" тип аталған шиғырҙар шәлкеме 2017 йылда "Китап" нәшриәтендә өс авторҙы берләштергән йыйынтыҡта баҫыла. Юбилейына ҡарата Сибай типографияһында “Бәхет бар ул!” тип аталған 5-се китабы донъя күрҙе.
Шағирәнең “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Ғәжәп донъя” тип аталған шиғри төркөмө бар. Был төркөмдә Фирүзә Абдуллина ижадын яратыусы дуҫтары менән әүҙем аралаша, ижад емештәре менән шиғриәт яратыусыларҙы һөйөндөрә. “Ғәжәп донъя” – интернет ҡулланыусылар араһында киң популярлыҡ яулаған төркөм, 12500 тирәһе уҡыусыһы бар.
Фирүзә Абдуллина – шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендәге "Беҙ Баймаҡтар бит әле!" төркөмөн ойоштороусы. Бында Баймаҡ районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында мәғлүмәт бирелеп бара. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының шиғырҙары республика баҫмаларында - “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә әленән-әле донъя күрә. Ул – Ҡырмыҫҡалы районының “Илһам” әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Әсә, мөхәббәт, тормош, сәләмәтлек, туғанлыҡ, тыуған ер, хистәр донъяһы, ғәҙеллек һәм башҡа темаларҙы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы шиғыр яратыусы күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртерлек, йөрәк түренә еткерерлек һүҙҙәр менән яҡтырта. Ижадында айырыуса ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағылыш таба.
Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына Юлай Моратов, Юлай Үҙәнбаев, Артур Туҡтағолов, Рәмил Туйсин, Йәғәфәр Нәҙершин, Дамир Солтанов, Иҙел Нурғәлин, Хәлил Биктимеров, Вилүр Мәүлетов һәм башҡа композиторҙар тарафынан 100-ләгән йыр ижад ителгән. Уларҙы республикала танылыу яулаған йырсылар Алһыу Бәхтиева, Зилиә Бәхтиева, Рәмил Туйсин, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Иҙел Нурғәлин, Миңзифа Исҡужина, Артур Туҡтағолов, Рауил Харрасов, Флүрә Шәрипова, Илдар Абдуллин, Гөлфиә Хәләфетдинова башҡара.
Халыҡсан шағирә Фирүзә Абдуллинаны "Башҡортостан" гәзите редакцияһы исеменән матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижад шишмәләренең һайыҡмауын, ҡәләменең осло булыуын, шиғриәтенең һәр саҡ халыҡсан булып ҡалыуын, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Фото: Фирүзә Абдуллинаның шәхси архивынан.
Читайте нас