Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Февраль 2021, 11:30

Яҡшыға өмөт бүләк итәйек

"Белмәйем, әлеге ваҡытта мәктәп уҡыусылары ҙур текстарҙы һәм әҫәрҙәрҙе тулыһынса уҡыймы икән. Мәктәп программаһында “Ҡорос нисек сыныҡҡан” тигән әҫәрҙең булыуына ла шикләнәм".

Әлеге ваҡытта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командиры – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Ат уйнатып алдан бара” спектакле бара. Уны ҡарағандан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм яңы акция иғлан итте.

“Яңы спектаклдә хронология һәм тарих бик һәйбәт бирелгән. Генерал үҙе йәшәгән дәүер кеүек үк текә. Шул уҡ ваҡытта уның яҙмышы Граждандар һуғышы, хәрби академия һәм Бөйөк Ватан һуғышын үткән Ҡыҙыл Армия офицерҙары өсөн ят түгел.
Белмәйем, әлеге ваҡытта мәктәп уҡыусылары ҙур текстарҙы һәм әҫәрҙәрҙе уҡыймы икән. Мәктәп программаһында “Ҡорос нисек сыныҡҡан” тигән әҫәрҙең булыуына ла шикләнәм, шуға күрә спектакль һуғыш фажиғәһен һәм олатайҙарыбыҙ героизмын тойоу мөмкинлеген бирәсәк.
Ошо йәһәттән Өфөнөң ике балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә спектаклгә билеттар бүләк итергә булдым. Генерал Шайморатовтың тарихы Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге менән Өфө ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттың 55 тәрбиәләнеүсеһен битараф ҡалдырмаҫ тип ышанам. Бәлки, тап ошондай тарихи һәм нәфис образдар был етем балаларға үҙ яҙмыштарының ғәҙелһеҙлеге ауырлығын еңеү көсөн табырға һәм яҡшыға өлгәшеп, тулы ғаилә төҙөү мөмкинлеген бирер.
P.S. Коллегалар, һеҙгә лә, Өфөнөң һәм республиканың мәктәп уҡыусыларына һәм социаль учреждениелар тәрбиәләнеүселәренә билеттар бүләк итергә тәҡдим итәм", - тип яҙҙы ул.
Ысынлап, матур башланғыс бит!
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас