Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Нефтекама ҡалаһының китапханалар ситемаһы системаһы һәм мәҙәниәт ирекмәндәре ҡатнашлығында ғәмәлгә ашырыла. Ул өлкәндәргә әүҙем тормош алып барырға, буш ваҡытын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә, шәхси һәм социаль статусты үҫтерергә ярҙам итә.
Үҙәк китапханалар системаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Ольга Князева әйтеүенсә, бында ошо йүнәлештә ҙур эш тәжрибәһе тупланған, уҡыу программалары төҙөлгән. Проект тормошҡа ашырылған ике айҙа 39 кеше белемен камиллаштырасаҡ.