Милли операның репертуары тулылана

"Тәҡдим ителгән һәр эш төплө, ҡыҙыҡ. Кемдер ҡуйылған бурысты үтәгән, кемдер юҡ - эштәрҙе бик етди рәүештә һайлап алдыҡ".

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Хәҙерге заман башҡорт операһы лабораторияһы эшләп килә. Уның нигеҙендә композиторҙар араһында конкурс та үтә.
Бөгөн лабораторияла баһалама ағзаларының ултырышы үтте. Уртаға һалып һөйләшеүҙә улар опера фрагменттары менән эш итәсәк алты композиторҙы һайлап алды.
Борис Вишневский Баныу Ҡаһарманованың "Тере һыу", Галина Зиганова Тамара Юлдашеваның "Шәйехзада", Урал Иҙелбаев Динара Ҡәйүмованың "Заятүләк менән Һыуһылыу", Олег Ҡасимов "Мәүлиха. Ҡыҙыл дворянка тарихы", Зөлфиә Рәүпова Салауат Камаловтың "Зәйнулла", Рөстәм Сәғдиев Владимир Аношкиндың "Умырзая" әҫәренә либретто яҙасаҡ.
"Тәҡдим ителгән һәр эш төплө, ҡыҙыҡ. Кемдер ҡуйылған бурысты үтәгән, кемдер юҡ - эштәрҙе бик етди рәүештә һайлап алдыҡ. Беҙҙең иҫкәртеүҙәрҙән һуң улар вокал партияһының, инструменталь партитураның өҫтөндә ентекле эшләйәсәк", - тине лабораторияның етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мария театры солисы, Башҡортостан Башлығының сәнғәт буйынса баш кәңәшсеһе Асҡар Абдразаҡов.
Проект Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гражданлыҡ ойошмаһына ярҙам итеү фонды грантына бойомға ашырыла.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас