Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы

Әле ҡалала “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау сараһы бара.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең концерт залында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған "Етегән" байрамына ярашлы “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау сараһы бара.
Бында бөгөн бәйгенең еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләйҙәр. Ойоштороусылары - Башҡортостандың Мәҙәниәт, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы.

Конкурстың республика этабында ун ғаилә ҡатнаша. Байрам сараһы хаҡында Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Гөлназ Мирхәйҙәрова һөйләй.
"Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән биш йыл рәттән 1 мартта "Етегән" мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы үткәрелә. Сара быйыл республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән тәүге тапҡыр рәсми рәүештә республика кимәлендә уҙғарыла. Унда сит төбәктәрҙән дә башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Ҙур байрамды ойоштороуға, үткәреүгә Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ субсидияһы йәлеп ителде".
(Саранан тулыраҡ мәғлүмәт артабан донъя күрер).
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: