“Аҡбуҙат”та бергәләп еләйек!

Республика балалар журналы сыға башлауға – 30 йыл.

“Аҡбуҙат” – боронғо эпостың исемен йөрөткән, Башҡортостан Республикаһының йөҙөн билдәләгән баҫмаларҙың береһе. Тәрбиәүи, әҙәби, тарихи мәғлүмәттәрҙе туплаған, айына бер тапҡыр сыҡҡан башҡорт телендәге журналдың аудиторияһы – донъяға саҡ тауыш биргән кескәй башҡорттан алып башланғыс класс уҡыусыларына тиклем. Тәүге баш мөхәррире – Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева. Унан һуң баҫманы Тамара Юлдашева етәкләгән.


Журнал күп тапҡыр Мәскәүҙә үткән “Матбуғаттың алтын фонды” халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң шәп баҫма булараҡ билдәләнгән. 2012 йылда “Аҡбуҙат” илдең кескәйҙәр өсөн сығарылған баҫмалары араһында Рәсәй Журналистар союзы ойошторған “Бәләкәй принц” Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүсеһе булған.


2020 йылдың сентябрендә ул Башҡортостан Башлығы грантына “Урал батыр” йәнһүрәтен сығарҙы. Ошо уҡ йылда Пермь өлкәһендә йә­шәгән Ғәйнә ырыуының кескәй баш­ҡорттары өсөн 13-сө һан нәшер ителде. Башҡорт теле йылында редакция хеҙмәткәрҙәре республика­ның ике дәүләт телендә “Ҡояш ҡыҙы иленән” китабын баҫтырыуға өлгәш­те. Унда журнал тарафынан ойош­торолған конкурста еңгән бала­лар­ҙың шиғырҙарын Рәсәйҙә билдәле яҙыусылар – Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Нина Ягодинцева, Дағстандың халыҡ шағиры Марина Ахмедова-Колюбакина, Башҡорт­останда билдәле шағирҙар Сергей Янаки, Светлана Чураева, Кристина Андрианова, “Корифейҙар” фести­валендә ҡатнашҡан Юрий Татаренко, Евгения Решетникова тәржемә итте.


“Аҡбуҙат”ты республикабыҙҙа йәшәгән бәләкәс милләттәштәребеҙ уҡый. Быйыл баҫма яңы ойош­торолған тарихи-мәҙәни үҙәктәр ярҙамында альтернатив яҙылыу нигеҙендә Свердловск, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау өлкә­лә­рендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән бәләкәстәргә лә барып етәсәк.


Журнал бөгөн баҫма вариантта ғына түгел, электрон форматта, социаль селтәрҙәр аша ла үҙ уҡыу­сыһына юл таба. Интернетта “Аҡбу­ҙат” тарафынан конкурстар ойошто­рола, шуға башҡорт телендә тарихи, мәҙәни, тәрбиәүи мәғлүмәт тара­тыуҙа, тотош милләттең киләсәген үҫтереүҙә уның әһәмиәте ҙур.


Бөгөн баҫмала балалар яҙыу­сылары Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина, йәш быуын шағирәһе Айгөл Ғәбитова (Йәмилева) эшләй.

Кескәйҙәр өсөн сағыу һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған һүрәттәрҙе республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле рәссамдар Азамат Ғарипов, Сулпан Билалова, Майя Ҡәйүмова, Артур Вәсилов, Салауат Ғиләзетдинов, Лиана Ниғмәтйәнова, Сергей Эйтвид, Ирина Әхмәҙуллина, Дамир Мөхәмәтйәров эшләй. Беҙҙең ишектәребеҙ ҙә, йөрәгебеҙ ҙә һәр уҡыусыға, башҡорт милләтенең кескәй вәкилен үҙ асылыбыҙҙа тәрбиәләргә теләгән һәр кемгә асыҡ. Бергәләп еләйек “Аҡбуҙат”та!
Читайте нас