Бөтә яңылыҡтар

Кемдәргә бәхет йылмайҙы?

Радик Юлъяҡшин "Яңы моң" Халыҡ-ара музыка конкурсына һайлап алыу турының беренсе этабы тамамланғаны тураһында хәбәр итте.

Билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Яңы моң" Халыҡ-ара музыка конкурсына һайлап алыу турының беренсе этабы тамамланғаны тураһында хәбәр итте.
"Алтмыш бәхетленең исем-шәрифтәрен асыҡланыҡ, улар "Яңы моң" Халыҡ-ара музыка конкурсының һайлап алыу турына үтте. 800-ҙән ашыу заявка бирелгәйне. Араларынан иң-иңдәрен һайлап алдыҡ. Тиҙҙән улар Өфөгә телевизион кастинг үтеү өсөн йыйыласаҡ", - тип яҙҙы йырсы.
Тимәк, тиҙҙән конкурсанттарҙы беҙ ҙә беләсәкбеҙ. Уларға уңыштар теләйбеҙ.
Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Читайте нас: