Рәхмәт һүҙе

Ҡәҙерле дуҫтар!Һәммәгеҙгә мәғлүмдер, ошо көн­дәрҙә республикабыҙ Башлығы Указы менән миңә “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде. Шул уңайҙан бик күп ҡә­ләмдәштәрҙең, әҙәбиәт һөйөүсе­ләрҙең, ижади ойошмаларҙың, матбуғат сараларының, китапхана кол­лективтарының ҡотлау хәбәр­ҙәрен алып ҡыуандым.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һәммәгеҙгә мәғлүмдер, ошо көн­дәрҙә республикабыҙ Башлығы Указы менән миңә “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде. Шул уңайҙан бик күп ҡә­ләмдәштәрҙең, әҙәбиәт һөйөүсе­ләрҙең, ижади ойошмаларҙың, матбуғат сараларының, китапхана кол­лективтарының ҡотлау хәбәр­ҙәрен алып ҡыуандым. Республи­каның барлыҡ район-ҡалаларынан ғына түгел, хатта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән шылтыратыусылар, яҙыусылар булды.
Әҫәрҙәремде ҡағыҙға төшөргән хәләл ефетем Гөлсөм, уларҙы матбуғатҡа әҙерләп биргән яҙыусы улым Алмас, барлыҡ туғандарым һәм яҡындарым исеменән барыһына ла рәхмәтемде еткерәм.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, дәүләт наг­радалары буйынса комиссия ағза­ларына, Хөкүмәтебеҙгә, миңә маҡ­таулы исем биреү тәҡдимен бел­дергән яҡташтарым – Стәрлебаш районы халҡына, хакимиәтенә һәм Советына, хакимиәт етәксеһе Рөстәм Камил улы Рахманғоловҡа, был тәҡдимде хуплаған ҡәләмдәштәргә, әҙәбиәт һөйөүселәргә, төрлө ойош­маларға, коллективтарға айырыуса ҙур рәхмәт.
Матур ваҡиғаны күтәреп, мине ҡотлап, ихлас теләктәре менән ҡыуандырған “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Өмет”, “Республика Башкортостан” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Тулпар”, “Һәнәк”, “Аманат” журналдары, минең ҡәҙерле “Стәр­лебаш шишмәләре” гәзите, башҡа район һәм ҡала гәзиттәре коллективтарына, Зәйнәб Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәте, радио һәм телевидение хеҙмәт­кәрҙәренә, социаль селтәрҙәрҙә ҡотлаған иптәштәргә рәхмәт.
Һеҙ барығыҙ ҙа миңә йәшәргә һәм ижад итергә көс бирҙегеҙ. Әле “Китап” нәшриәтендә “Һайланма әҫәрҙәр”емдең өсөнсө томы донъя күрергә әҙерләнеп ята. Ә беҙ Гөлсөм менән инде дүртенсе томына керештек. 91-се йәшемдә яңы ижади пландар, ҡыуаныстар менән йәшә­йем.

Донъялар имен булһын! Респуб­ликабыҙ сәскә атһын!


Барығыҙҙы ла ихтирам итеп, Рауил ШАММАС.
Читайте нас