Ҡуянтауҙар ҡышты оҙатты

Баймаҡ округы депутаты Римма Штромаер ауылдаштарына бик матур байрам ойошторҙо.

Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылында төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр халыҡ үҙенең милли йолаларын үҙ итә, байрамдарын үткәрә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә тоғро.
Ҡыштың һуңғы көнөндә ҡуянтауҙар "Ҡышты оҙатыу" йолаһын атҡарҙы. Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын асып, Баймаҡ округы депутаты Римма Штромаер һәм ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ауылдың өс округы халҡына төрлө спорт ярыштары, конкурстар үткәрҙе. Сарала балалар ҙа теләп ҡатнашты, улар сәләмәт тормошто яҡтыртҡан шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Артабан барыһы ла бергә бейеү флешмобында ҡатнашты. "Ҡышты оҙатыу" байрамы ҡарасҡыны яндырыу менән тамамланды.
Бар ауыл халҡын бергә туплаған, күңелдәренә дәрт һәм илһам биргән, сәләмәт тормошто пропагандалаған һәм спортҡа йәлеп иткән сара барыһына ла оҡшаны. Киләсәктә лә ҡуянтауҙар төрлө мәҙәни саралар, байрамдар үткәреү теләге менән таралышты. Киләһе байрам сараһын ауылдың башҡа округы һәм депутаты дауам итәсәк.
Фото: Ҡуянтау ауылы клубы сайтынан.
Читайте нас