Журнал йәшәгәндә башҡорт рухы йәшәйәсәк

Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусыларының көтөп алған, яратып уҡыған “Аҡбуҙат” журналы нәшер ителә башлауға быйыл 30 йыл. Кескәйҙәребеҙ өсөн туған телдә сыҡҡан журнал ул. Уны ғаилә журналы тип тә атарға мөмкин: әле хәреф тә танымаған сабыйына яҙмаларҙы тәүҙә ата-әсәһе, ағай-апаһы, өләсәй-олатаһы уҡып ишеттерә.

Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусыларының көтөп алған, яратып уҡыған “Аҡбуҙат” журналы нәшер ителә башлауға быйыл 30 йыл. Кескәйҙәребеҙ өсөн туған телдә сыҡҡан журнал ул. Уны ғаилә журналы тип тә атарға мөмкин: әле хәреф тә танымаған сабыйына яҙмаларҙы тәүҙә ата-әсәһе, ағай-апаһы, өләсәй-олатаһы уҡып ишеттерә.


Баҫма тарихына күҙ һалһаҡ, 1989 йылдың майында Булат Рафиҡов тырышлығы менән “Ағиҙел” журналында “Бәпембә” исемле ҡушымта барлыҡҡа килә.


Балаларҙың, атай-әсәйҙәрҙең ошо ҡушымтаны шатланып ҡабул итеүенән иң кескәйҙәргә, һис шикһеҙ, айырым журнал кәрәклеген, бала үҫешендә уның мөһимлеген, бәләкәс кенә булһа ла, уға шәхес итеп ҡарау зарурлығын, донъяны танып-белеү тап әҙәбиәт, матбуғат аша башлана икәнлеген күрә әҙиптәр. Шуға ла “Аҡбуҙат” журналының тәүге баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева, балалар әҙәбиәтен, шиғриәтен, психологияһын аңлаған кеше булараҡ, журналды ойошторған саҡта сабый күңелендә үҙаң һәм туған телгә мөхәббәт тәрбиәләүҙе, илһөйәрлек тойғоһон һеңдереүҙе маҡсат итеп ҡуя.


Журналист, яҙыусы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, “Аҡбуҙат” журналын ойоштороусыларҙың береһе Салауат Ғайса улы КӘРИМОВ журналдың нисек барлыҡҡа килеүе, ниндәй шарттарҙа нәшер ителеүе хаҡында бәйән итте.


Уға һүҙ бирәйек.


“Йәшлек”тән – “Аҡбуҙат”ҡа


– “Башҡортостан пионеры” гәзи­тен­дә (хә­ҙерге “Йәншишмә”) баш мөхәррир урынба­ҫары булып дәрт­ләнеп эшләп йөрөгән саҡ. “Ленинец-Ленинсы” гәзите урынына за­ман­са рух менән һуғарылған үҙаллы баҫмалар сығарыу тураһында Хө­күмәт ҡарары сыҡты. Руссаһы “Молодежная газета”, башҡортса йәш­тәр гәзите “Йәшлек” исеме менән нә­шер ителә башланы. Мине “Йәш­лек”кә яуаплы секретарь итеп са­ҡыр­ҙылар. Ең һыҙғанып өр-яңы гә­зитте ойоштороуға тотоноп киттек. Ти­раждың ай һайын артыуы эшләргә дәртте арттыра ғына. Тәүге дүрт ай­ҙа эш хаҡы түлә­мәгәндәрендә ҡай­ғы юҡ, иң мөһиме – туған те­ле­беҙҙә гәзит бар! Уның ҡарауы, аҙаҡ бер юлы “байыныҡ”. Эй-й, хәтирә­ләргә төшөп китһәң, иҫләрлек ваҡиғалар шул тиклем күп...
Ул ваҡытта уҡ мәктәпкәсә йәш­тәге, башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым, үҙаллы журнал булдырыу тураһында һүҙ йөрөй, тәҡ­димдәр ишетелә ине. Яҙыусылар союзында ла, Мәғариф министрлы­ғында ла был турала бер генә әйтелмәне. Бер көн уйламағанда Факиһа Һаҙый ҡыҙы мине “Аҡбуҙат” журналын ойошторорға саҡырҙы. Башҡорт телендә асылған һәр гәзит-журнал беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс, мөғжизә ине, шуға аптырап ҡалдым: “Йәшлек” гәзитендә ҡыуанып эшләп йөрөйөм, яңы журнал асыу ҙа ҡы­ҙыҡтыра. Шулай ҙа һуңғыһы көс­лөрәк булып сыҡты: ноябрь айында ең һыҙғанып “Аҡбуҙат”ты ойоштороу эшенә тотондоҡ. Мәғариф министр­лығы ҡарамағындағы бәләкәй генә тираж менән сығып килгән “Русский язык в башкирской школе” тигән журналды “Башҡортостан уҡы­тыусыһы”на ҡуштылар ҙа, кескәйҙәр баҫмаһы шуның урынына нәшер ителә башланы. “Аманат”, “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналдарын һәм “Йәншишмә”, “Истоки” гәзит­тәрен дә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы үҙенә һыйындырҙы. Ведомствоның ул ваҡыттағы етәксе­лә­ренә мин бөгөн дә рәхмәт бел­дерәм. Ул ваҡыттағы мәғариф министры Рифҡәт Гарданов, урын­баҫарҙары Миңди­йәр Юлмөхәмәтов, Михаил Бирюковтарҙың журналға иғтибары көслө, ярҙамы ҙур булды. “Аҡбуҙат”тың хәле менән аҙаҡ та ҡыҙыҡ­һынып, һорашып торҙолар. Балалар баҡса­ларында, башланғыс класс уҡыусылары араһында журналды таратырға ихлас ярҙам иттеләр.
“Ағиҙел” журналының ҡушымтаһы була­раҡ ҡына сыға башлаһа ла, “Аҡ­буҙат” жур­налының нигеҙе уй­ланылғайны, йүнә­леше билдә­лән­гәй­не, структураһы, концеп­цияһы бар ине. Беҙ шуны үҙаллы баҫма итеп, көсәйтеп, биҙәп, йөрәк һалып эшләнек.


Һынауҙар сыныҡтыра


Тәүге мәлдәрҙә проблемаларһыҙ ҙа булманы: беҙҙең ултырып эшләргә урыныбыҙ ҙа юҡ ине... Үҙенә һыйындырып, бер мөйө­шөн тәҡдим итеп, “Аманат” журналы ярҙам ҡулын һуҙҙы. Унда, “штаб начальнигы” – яуаплы сәркәтип була­раҡ, миңә генә ултырып эшләргә тура килде. Үҙебеҙгә урын би­рел­гәнсе, Факиһа Һаҙый ҡыҙы ваҡыт­лыса өйҙән эшләп торорға ҡарар итте. Бүлек мөхәрриребеҙ яҙыусы, шағирә Зарема Әхмәтйәнова ул ваҡытта “Башҡортостан ҡыҙы”нда, техник редакторыбыҙ Фәйрүзә Фәтҡуллина “Башҡортостан уҡыт­ыусы­һы”нда, машинистка Фәниә Айытҡолова “Аманат” журналында ла эшләп йөрөйҙәр ине, шуға улар редакцияларында ҡалды. Биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмова ла бөтә эште өйҙән алып барҙы.
Проблема бының менән бөтмәне. Дәртләнеп, бер-ике ай эшләгәйнек, 3-4-се һандарҙы сығарырға ҡағы­ҙыбыҙ етмәй булып сыҡты. Бәләкәй тиражлы журнал урынына ғына эш башлағанбыҙ бит инде. Ә “Аҡбу­ҙат”тың тиражы беренсе көндән үк күҙгә күренеп артты. Бюджетҡа һалынмағас, етәкселек бер нимә лә эшләй алмағанын белдерҙе. Бөтә хужалыҡ эштәре һәм “Аҡбуҙат” журналы өсөн ҡағыҙ, кәнсә тауарҙарын хәстәрләү минең иңгә ятты. Бының өсөн газ, нефть өлкәһендә эшләгән етәкселәргә сыҡтыҡ, төрлө ойош­маларға хаттар яҙҙыҡ, заводтарға мөрәжәғәт иттек. “Китап” нәшриә­те­нең ярҙамы ҙур булды. Береһе лә беҙҙең һорауға битараф ҡалманы, кескәйҙәр өсөн журнал сыға башлауын бер мөғжизә итеп ҡабул иттеләр.
Хеҙмәткәрҙәрҙең тормош-көнкү­решен яҡшыртыу буйынса ла эштәр алып барҙыҡ. Шул осорҙа редакция хеҙмәткәрҙәренә фатирҙар юлла­ныҡ, баҡсалар алдыҡ. Шундай эштәрҙең башында йөрөүемә, хеҙмәттәштәремә ярҙам итә алыуыма әле лә ихлас ҡыуанам.


Ижадташтарыбыҙҙың ярҙамын тойоп йәшәнек


Баштан уҡ алдыбыҙға маҡсат ҡуй­ҙыҡ: “Аҡбуҙат” журналы сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, ҡыҙыҡлы яҙмалары, башватҡыс-уйындарға мул, ҡыҫҡа әҫәрҙәрҙән торған, бай йөкмәткеле иң матур, иң сифатлы баҫмаларҙың береһе булырға тейеш! Юҡһа үҙҙәрен балалар яҙыу­сыһы тип йөрөгән әҙиптәребеҙ йә күләме, йә тематикаһы буйынса тап килмәгән, беҙҙе ҡәнәғәт­лән­дермәгән әйберҙәр алып килә башлағайны. 16 битлек журналға оҙон-оҙон әҫәр­ҙәр биреп булмай бит инде. Ағай-апайҙарыбыҙ аңланы: бәләкәйҙәргә хас әҫәрҙәр ижад итергә тырышты. Күбеһе менән аҙаҡ әүҙем хеҙмәт­тәш­лек иттек. Бына шулай әкренләп кес­кәй­ҙәр өсөн ҡыҫҡа әкиәттәр һәм хикәйәләр тыуҙы. Был тәңгәлдә автор­ҙарыбыҙға беҙҙең төп кәңәш­се­беҙ, таянысыбыҙ, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим өлгө булды. Журнал сыға башлағас та, редак­цияға килеп ҡыуанысын белдереп, фати­хаһын биреп, уңыш теләне һәм шунан алып һәр ваҡыт хәлебеҙҙе белешеп торҙо. Шул тиклем теүәл кеше булды ул: ярты битлек әйбер кәрәк ине тиһәк, артыҡ та, кәм дә итмәй, балалар донъяһы тотошлай инеп ятҡан, олоһо ла, кесеһе лә бер тында уҡый торған ярты ғына битлек әкиәт йә хикәйә килтерер ине.
Редакция тирәләй тәүге мәлдәр­ҙән үк матур авторҙар коллективы тупланды: Динә Талхина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Рәсимә Ураҡсина, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлнур Яҡу­пова, Сәрүәр Сурина, Факил Мыр­ҙаҡаев, Рәшит Солтангәрәев, Сафуан Әлибаев, Гөлфиә Юнысова, Фәүзиә Рәхимғолова һәм башҡа­лар... Улар мотлаҡ ниндәйҙер яҙма бирә тигән һүҙ түгел ине, ләкин журналға тип әҙерләнгән әйберҙәргә күҙ һалып, беҙгә эшләргә ярҙам иткән ижадсылар булды. Яңы рубрикалар булдырыуҙа, йөкмәткеһен асыуҙа ла уларҙың ярҙамы ҙур ине. Факиһа Туғыҙбаева, Зарема Әхмәтйәновалар – төп идея менән һуғарыусылар.
Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгәс, журналдың сифатлы биҙәлешенә иғтибарҙы көсәйттек. Һүрәтһеҙ биттәр балаларҙы ҡыҙыҡһын­дыр­маҫ ине. Журналыбыҙ менән хеҙмәт­тәшлек иткән унлаған рәссамдан тор­ған коллектив тупланды. Ул ваҡыттағы рәссамдарға, ижад­сы­ларға әле лә рәхмәт әйтәм, бәлки, ҡайһы саҡ үҙҙәренең эше өсөн тейешле баһаһын да алмағандарҙыр... Улар тарафынан бер ниндәй ике­ләнеү, булдыра алмайым, ваҡы­тым юҡ, тигән һүҙҙәр ишетмәнек. Баҫмабыҙ балаларға барып етергә тейеш, тигән ҙур уй менән янып, ихлас эшләнек.


Балалар яҙыусыларын үҫтерҙе


“Аҡбуҙат” балалар яҙыусыларын үҫте­реүҙә лә ҙур роль уйнай, тип әйтер инем. Күптәр тәүҙә журналда баҫылған шиғыр­ҙарҙы, әкиәттәрҙе уҡый, аҙаҡ үҙҙәре яҙып ҡарай, өлкәнәйгәс, яҙыусы булып киткәс, яңынан ошо журналға әйләнеп ҡайта. Беҙҙең коллективтан да әҙәби редактор булып эшләгән Фәйрүзә Фәтҡуллина бынамын тигән әкиәттәр, хикәйәләр ижад итә башланы. Быға тиклем өлкәндәр өсөн шиғырҙар, юмористик хикәйәләр яҙған кеше булһам да, мин дә балалар өсөн яҙыуға күстем. Факиһа Һаҙый ҡыҙының әленән-әле: “Яҙы­ғыҙ, һеҙ бит булдыраһығыҙ”, – тип дәртлән­дереп, ышаныс белдереп тороуы ла һөҙөмтәһеҙ ҡалмағандыр.
Ул ваҡытта бөтәбеҙҙең дә балаларыбыҙ бәләкәй әле – кемдеке мәктәптә уҡый, бәғзеһенеке балалар баҡсаһына йөрөй, минең кесе улым баҡса йәшенә лә етмәгәйне. “Аҡбуҙат”та сыҡҡан йә сығасаҡ сит авторҙарҙың, үҙебеҙ яҙған әкиәт-шиғырҙарҙы өйҙә балаларыбыҙға һөйләп ишеттереп, уҡып, редакцияла шул турала фекер алыша инек. Үҙенә күрә бер тәжрибә майҙансығы булған был, тип уйлайым. “Аҡбуҙат” мәктәбе. Һүрәттәрен ҡарағанда йә әкиәттәрҙе тыңлағанда балаң йөҙөндә йылмайыу күреү табыш була торғайны. Аҙаҡ ҡайһыһына нимә оҡшағанын, уларҙың тәүге реакцияһын һөйләп, көлөшөп, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Был бер йолаға ла инеп киткәйне. Эшебеҙҙең баһаһын, фекерҙең сабыйҙарға барып етеү-етмәүен шунда уҡ күреп, аңлай инек. Ул саҡта яҙған хикәйә­ләрҙе бөгөн яңынан уҡыһам, ихлас бер тормош булып күҙ алдыма баҫа. Ә бит “Аҡбуҙат” журналында сыҡҡан байтаҡ әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр аҙаҡ дәрес­лектәргә, кластан тыш уҡыу китаптарына инеп китте. Был шулай уҡ беҙҙең журналдың көсөн, сифатын күрһәтә.


Милләт киләсәген тәрбиәләй


“Аҡбуҙат” журналы – рес­пуб­ликабыҙҙа үҙенең уҡыусыларын, йүнәлешен тапҡан бик матур баҫма. Милли матбуғатты бөгөн унһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Әҙәбиәттең йөҙөн проза билдә­ләй. Башҡорт әҙәбиәтендәге ҙур-ҙур әҫәрҙәрҙе кемдер уҡырға тейеш. Ә уҡыу мәҙәниәтен балалар әҙәбиәте тәрбиәләй. Шул бәйлә­нештең әҙәбиәтселәр араһында йыш ҡына баһаланмауы, балалар әҙәбиәтенең икенсе планда ҡала биреүе генә ғәжәпләндерә...
Туған телендә һөйләшә алған осраҡта ла руссаға күскән ғаиләләргә әйтергә телә­йем: үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлап ҡалыр­ға теләһәк, беҙ, тәү сиратта, ғаиләлә үҙ теле­беҙҙә һөйләшергә тейешбеҙ. Был тәң­гәлдә, әлбиттә, иң яҡын ярҙам­сыларыбыҙ – матбуғат баҫмалары. Һәр йортта “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите булғанда башҡорт теле йәшәйәсәк һәм башҡорт телендә һөйләшкән, халҡын ихтирам иткән шәхестәребеҙ ҙә буласаҡ.
30 йыл – бик матур юбилей. 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Башҡортостан уҡы­тыусыһы” журналы коллективы, редкол­легияһы ағзалары исеменән киләсәгебеҙҙе хәстәрләгән “Аҡбуҙат” журналын күркәм йә­ше менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Килә­сәктә лә шулай матур, уҡымлы, көтөп алынған баҫма булып һәр өйгә барып етеүен теләйем. Уҡыусылары күп булһын! Уҡыусы­ларҙың күплеге халҡы­быҙҙың, балаларҙың күплеге тураһында һөйләй.
Читайте нас