Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Ҙур гастролдәр” федераль программаһында ҡатнашыуға һайлап алыу этабын үтте. Был этапта бөтә илдән 78 коллектив ҡатнашты. Эксперт комиссияһы 2021 йылда “Ҙур гастролдәр” Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планында ҡатнашҡан 26 милли коллектив исемлеген төҙөнө.
Быйыл Фәйзи Ғәскәров ансамбле программа нигеҙендә Рәсәй төбәктәре буйлап ҙур турға сыҡмаҡсы. Улар Волга буйы, Төньяҡ Кавказ, Ханты-Манси округтарында, Ҡырым Республикаһында, Санкт-Петербургта, Пермдә, Бөйөк Новгородта сығыш яһай. Йыл буйы йәмғеһе 50-нән ашыу ҡалала концерт ҡуялар.