Иң матур байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша. Уны гүзәл зат вәкилдәре лә, ир-ат та түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Башҡортостанда ошо матур байрам алдынан республикабыҙҙың алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарын Өфөгә саҡырып тәбрикләү, матур концерт күрһәтеп күңелдәрен күтәреү матур йолаға әйләнде. Бөгөн дә ул дауам итте. “Торатау” конгресс-холында күркәм сара ойошторолдо. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Айгөл Фәрит ҡыҙы Ишбирҙина ла бар ине. Беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Айгөл Фәрит ҡыҙы – Сибай ҡыҙы. Әле Өфөлә йәшәй һәм ижад итә. Һынлы сәнғәтте яратҡан кешеләр өсөн уның исеме яҡшы таныштыр. Айгөл Ишбирҙина - Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, төрлө Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика күргәҙмәләре, конкурстары ҡатнашыусыһы. Ул һүрәт төшөрөп кенә ҡалмай, ә был матур һөнәрен балаларға, йәштәргә лә өйрәтә. Әле баш ҡалалағы “Йәйғор” үҫмерҙәр клубында эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре лә төрлө кимәлдәге конкурстарҙа юғары баһа ала.
Айгөл Фәрит ҡыҙы Башҡортостан сәнғәтендә йәштәр араһында лидерҙарҙың береһе булып тора. Ул даими рәүештә юғары кимәл оҫталығын күрһәтә.
"Эштәремдә тыуған Башҡортостанымды һүрәтләргә яратам. Башҡорт халҡының тарихы ла бар унда, фольклоры, бөгөнгө көнкүреше лә ситтә ҡалмай. Тирә-яғымдағы кешеләрҙе төшөрәм. Был өлкәлә рәхәтләнеп, "йөҙөп йөрөп" эшләргә була. Ижадымды тыуған яғыма арнайым", – ти ул.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Айгөлдөң эштәренән торған күргәҙмә бара. Ул башҡорт халҡының легендаларына, риүәйәттәренә арналған. Халыҡ был эштәрҙе бик яратып ҡабул итә.
Рәссам бөгөнгө байрамдан үтә ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
"Ижадымды, үҙемде баһалап, ошондай юғары кимәлдәге сараға саҡырғандары өсөн бик рәхмәтлемен. Беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, үҙебеҙҙе кәрәкле, яратылған итеп тойоу бик мөһим бит. Бында замандаштарым, өлгө итеп күрерҙәй абруйлы гүзәл заттар менән танышып, рухланып ҡайттым, артабан ижад итергә яңы көс тупланым", – ти ул.