Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, билдәле шағирә, Баймаҡ ҡыҙы Фирүзә Абдуллинаның 60 йәшенә арналған “Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма” исемле ижад кисәһе үтте.
Рухи тантанала баш ҡала ҡунаҡтары, шағирәнең яҡындары, ижадташ дуҫтары, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыусы йырсылар, ауылдаштары, Баймаҡ лицей-интернаты вәкилдәре, класташтары, курсташтары, шиғриәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Фирүзә Дәүләтша ҡыҙын тәбрикләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илгиз Байымов хакимиәт етәкселеге исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Шағирәгә һәр кем изге теләктәрен әйтте, танылған йырсылар Рауил Харрасов, Рәмил Туйсин, Әлфир Заманов, Фларид Бирғәлин, Фаил Йортбәков, һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров һәм уның ҡатыны Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы, “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашҡан Искәндәр Тайбугин иһә юбилярҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы яңғыратты. Айбулат һәм Заһит Ғүмәровтар, Хәмдиә Ғүмәрова шағирәнең йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙарын һөйләне. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы үҙе лә шиғри гәүһәрҙәрен уҡып ишеттерҙе, яңы ғына донъя күргән “Бәхет бар ул!” исемле өр-яңы китабына ингән ижад емештәрен тәҡдим итте.
Хисле, моңло байрамдан һәр кем күңел күтәренкелеге, йән аҙығы алды. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина ойоштороусылар исеменән Фирүзә Абдуллинаға, ижад кисәһендә ҡатнашҡан әҙиптәргә, йыр-моң бүләк иткән сәхнә оҫталарына, сараға килгән барлыҡ шиғриәт һөйөүселәргә рәхмәт белдерҙе.
“Тарих яҙыр инем ташына…” республика әҙәби марафонына ярашлы, Баймаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары Нурлан Ғәниев, танылған шағир-яҙыусылар, журналистар Әхмәр Үтәбай, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәсүл Сәғитов, Фирүзә Абдуллина, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре Ильяс Ҡасҡынов ҡатнашлығындағы саралар дауам итә.
Фото: Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы сайты.