Бөтә яңылыҡтар

Сибай сәхнәһендә - Муса Мортазин

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында яңы спектакль буйынса ҡыҙыу эштәр бара.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында драматург Наил Ғәйетбеавтың "Муса Мортазин" әҫәре буйынса "Урал бөркөтө" спектакле сәхнәләштереләсәк.
Әле артистар менән берлектә ҡыҙыу эш башланған. Әҫәрҙең ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтунов. Яңы премьера Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуына арнала. Әҫәрҙә төп герой Муса Мортазин образынан тыш, шулай уҡ Буденный һәм Сталиндың образдары ла сәхнәләштереләсәк. Сталинды Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин уйнаһа, Муса Мортазинды кем һынландырасағы әлегә тамашасылар өсөн сер булып ҡалһын. Ролдәрҙе шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары - Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова, Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары - Урал Зәйнуллин, Венер Сөнәғәтов, артистар Нәфис Сәйетов, Юнир Мансуров, Айгөл Зәйнуллина, Залина Усманова, Нәфисә Мәзитова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Вадим Ғилманов, Салауат Вәлиев һәм Резеда Сафиуллина башҡара.
Фото: Сибай театры сайтынан.
Читайте нас в