Ҡаҙы, ҡаҙылыҡ, тыжыҡ, тултырма, ҡымыҙ, буҙамы, ҡороттоң һәр төрлөһө булһынмы, эремсек, талҡан, сәксәк, бауырһаҡ, ҡомалаҡ икмәгеме – барыһы ла бер-бер артлы теҙелгән. Мул ризыҡтан әҙерләнгән аш-һыуҙан, һый-ниғмәттән өҫтәлдәр һығылып тора, уларҙы әҙерләгән оҫта хужабикәләр һәр кемде шат йылмайып ҡаршы ала. Бындай хан табыны ҡайҙа тиһегеҙме?! Сибайҙа!
Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында тәүге тапҡыр халҡыбыҙҙың милли аш-һыуына арналған “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһе үтте. Сара Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек, шулай уҡ Башҡорт тарихы йылына ярашлы уҙғарылды. Ойоштороусылары – Сибай ҡалаһы хакимиәте, “Алға, Сибай!” социаль проекттарҙы яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡаланың “Аманат” ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ҡала китапханасылар селтәре. Конкурста шулай уҡ Баймаҡ районы ағинәйҙәре, ҡаланың төрлө мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре, ҡала ҡунаҡтары ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, кешенең ғүмере һәм һаулығында нисек туҡланыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы ваҡытта халыҡтың экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибары арта. Бигерәк тә һөт ризыҡтарына, хәләл иткә өҫтөнлөк биреүҙәре ҡыуаныслы. Әлеге “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар тамашасылар өсөн бай аҙыҡ ассортименты тәҡдим итте. Башҡорттоҡонан тыш, бында башҡа милләттәрҙең ризыҡтары ла урын алғайны.
Ҡаланың “Аманат” ағинәйҙәр ҡоро тәҡдиме менән ойошторолған был сара милли аш-һыуҙы танытыу, уны әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашыу, онотола барған ризыҡ төрҙәрен йәш быуынға күрһәтеү һәм өйрәтеү, оҫталыҡ дәрестәре алыу, заман талаптарына ярашлы өҫтәл биҙәү маҡсатын ҡуйҙы һәм шуға иреште лә. Бар яҡлап оҫта ағинәйҙәрҙең береһе Венера Йәнбәкова белдереүенсә, һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың милли йолаларын, биҙәүестәрен, кейемдәрен пропагандалаған бик күп саралар үтә, ә бына милли ризыҡтарға, аш-һыуға арналған конкурстарҙың булғаны юҡ тиерлек.
– Үҙем һәр саҡ милли һәм хәләл ризыҡтарға өҫтөнлөк биргәнгә күрә, ғаиләмде фәҡәт сифатлы аҙыҡ-түлек менән һыйлайым. Өҫтәлебеҙҙән ҡомалаҡ икмәге, буҙа, ҡымыҙ, айран, башҡа һөт ризыҡтары өҙөлмәй, үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән емеш-еләктән ҡайнатма, ҡаҡ әҙерләйем, шифалы үләндәрен йыйып, киптерәм. Магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алмайбыҙ тиһәм дә була. “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһенең маҡсаты – милли аш-һыу нескәлектәрен өйрәнеү, йәш быуынға үҙебеҙ белгән серҙәрҙе еткереү, онотола барған ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләүҙе тергеҙеү, – ти Венера Әнүәр ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул үҙе генә конкурс-күргәҙмәгә 40-тан ашыу төр ризыҡ тәҡдим итте, тултырмаһы ғына биш метрҙан оҙонораҡ ине.
Милли аш-һыуға дан йырлаған сарала халҡыбыҙға хас муллыҡ һәм бәрәкәт сағылды. Мәҫәлән, Төйәләҫ ауылы ағинәйҙәре күргәҙмәгә күптәр бөтөнләй белмәгән тыжыҡ тип аталған ризыҡ алып килгән. Ул малдың йомро эсәгенә, ҡарынына ит киҫәктәре тултырып эшләнелә. Сәғиҙә Байназарова етәкләгән ағинәйҙәр әҙерләгән өҫтәлдә милли ризыҡтарҙан нимә генә юҡ ине?! Ҡаҙы, тултырма, тоҙлоҡло бишбармаҡ, ҡарта, тыжыҡ, йомро, ҡорот менән майҙың күп төрҙәре, сейәле талҡан, аҡ май, уның күбеге, бәпембә балынан алып сәскә балына тиклем, төрлө ҡайнатмалар, өҫтәл йәме сәксәк, урама, бәлештәрҙең төрлөһө – бөтәһе 78 төрлө аш-һыу әҙерләнгән! Төйәләҫтәр йыр-моң менән дә баһалама төркөмө ағзаларын таң ҡалдырҙы: үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарын йырланы, “Йыуаса” йолаһынан өҙөк сәхнәләштерҙе, Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата скандинав йөрөшөн дә пропагандалап күрһәтте.
Шулай уҡ ҡаланың китапханасылары, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, Алтын ҡасабаһынан Гөлнур Задина, Таңһылыу Романенкова, “Күңел утрауы” клубы ағзалары, ҡала ағинәйҙәре һәм башҡалар әүҙем ҡатнашты. Кизе яулыҡ яҙып ябынған, үҙен “совет әбейе” тип таныштырған Зәкиә Яуынбаева бешереп алып килгән ыумасын тәҡдим итте.
Милли ризыҡ – тәнгә шифа тигәндәре хаҡтыр. Күргәҙмәлә ҡуйылған халҡыбыҙҙың һый-ниғмәтен күреп, уларҙың нисек әҙерләнеүе хаҡында ишеткәс, һәр кем уларҙың һаулыҡ өсөн ни тиклем шифалы булыуын аңланы. Юҡҡамы ни халҡыбыҙ электән хәләл, сифатлы, файҙалы булған үҙҙәре етештергән һәм әҙерләгән ризыҡҡа өҫтөнлөк биргән. Бөгөн беҙҙең өҫтәлдәрҙә бик тиҙ әҙерләнгән ярымфабрикаттар, химик элементтар ҡушылған зыянлы аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итә бара.
Һәр хәлдә, “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһендә ҡатнашҡан кешеләр үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең сифатлы һәм шифалы булыуына йәнә бер тапҡыр төшөндө һәм инанды. Конкурстың Гран-прийын хаҡлы рәүештә Венера Йәнбәкова һәм “Төйәләҫ” ағинәйҙәр клубы яуланы.
Сарала теләгән һәр кем тәмле һәм сифатлы ризыҡтар һатып алды, уларҙы әҙерләү серҙәре менән танышты. Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисәлә Сибай концерт-театр берекмәһенән “Башҡорт йыры” конкурсы еңеүсеһе Әлфир Замановтың һәм “Тархан” фольклор-эстрада төркөмөнөң йырҙары яңғыраны.