Проект уңышлы тормошҡа ашырылды

Театрҙар, ауыл клубтары был йылдарҙа ниндәй ярҙам алды?

Хөкүмәттә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә ҡайһы бер сығыштар башҡорт телендә үтә. Бөгөн республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла туған телендә доклад уҡып, 2020 йылда “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Башҡортостан был проектта 2017 йылдан алып ҡатнаша, ул өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театр – балаларға”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”. Проект ауыл халҡының мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуын, мәҙәни ҡиммәттәргә ныҡлап иғтибарын йәлеп итеүгә уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. Был айырыуса ҡалалағы кеүек һайлау мөмкинлеге булмаған ауылдарға хас.
– “Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлеше буйынса дүрт йыл эсендә республика программаһы барлыҡ муниципаль райондарҙы үҙ эсенә алды. 77 мәҙәниәт йортонда матди-техник база нығытылды. Был осорҙа дөйөм финанслау күләме 226,1 миллион һумдан ашты, шул иҫәптән федераль бюджеттан 187,6 миллион һум аҡса бүленде, – тине министр.
Аҡса мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға һәм ремонт эшләүгә йүнәлтелгән. Һатып алынған ҡорамалдар араһында: музыка ҡорамалдары, сәхнә кейеме, офис ҡорамалдары, театр креслолары, видеопроекция, тауыш һәм сәхнә ҡорамалдары, спорт ҡорамалдары бар. Шулай уҡ һигеҙ районға - Балаҡатай, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат һәм Яңауыл райондарына автотранспорт һатып алынған.
Йыл һайын мәҙәниәт йорттары мәҙәниәт учреждениеһы, белем биреү үҙәге һәм йәмәғәт киңлеге функцияларын үҙендә берләштергән күп функциялы үҙәк статусын ала. 77 мәҙәниәт йортонан 16-һы күп функциялы клуб исемен алды.
Әминә Шәфиҡова белдереүенсә, Ҡурсаҡ театры һәм уларҙың эшмәкәрлегенә финанс ярҙам итеүгә иҫәпләнгән “Театр – балаларға” һәм “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” йүнәлеше сиктәрендә 2017 йылдан 2020 йылға тиклем дөйөм финанслау 214 миллион һум тәшкил иткән. Был проекттар балалар һәм ҡурсаҡ театрҙары, шулай уҡ 300 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар театрҙары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә иҫәпләнгән. Ошо йылдар эсендә һигеҙ театрға, шул иҫәптән өс балалар театрына ярҙам күрһәтелгән. Улар - Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе; Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры; Салауат дәүләт башҡорт драма театры; Туймазы татар дәүләт драма театры; А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры; Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры; Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры; Сибай концерт-театр берекмәһе – “Сулпан” балалар театры.
Был театрҙар үҙҙәренең матди-техник базаһын нығытҡан: креслолар яңыртылған, яҡтылыҡ, тауыш, сәхнә ҡорамалдары, тегеү оҫтаханалары өсөн ҡорамалдар, декорациялар һәм костюмдар һатып алынған. Гастроль эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн 10 автобус, шул иҫәптән 2020 йылда өс автобус һатып алынған.
– Бөтә проекттарҙы тормошҡа ашырыу осоронда театрҙарҙың репертуары 54 яңы спектакль менән тулыланды, уларҙың 25-е - балалар һәм ғаилә менән ҡарау өсөн сағыу һәм ғәҙәти булмаған спектаклдәр. 2020 йылда ғына 14 яңы спектакль сәхнәләштерелде, – тине Әминә Ивний ҡыҙы. – Проект ярҙамында беҙҙең театрҙарҙа режиссерҙар, балетмейстерҙар, рәссамдар һәм сценаристар йәлеп итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Атап әйткәндә, сәхнә әҫәре өҫтөндә эшләүгә Мәскәү, Ҡазан, Ырымбур, Саха (Яҡут) Республикаһы, Ҡалмыҡстан белгестәре саҡырылды. Йола буйынса, проект сиктәрендә булдырылған спектаклдәр Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара театр фестивалдәре һәм конкурстары афишаһына инә, унда байтаҡ абруйлы премиялар һәм наградалар яулай.
2021 йылда проектты тормошҡа ашырыуға 44,5 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 39,16 миллион һум. Республика йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә.
Быйыл 12 спектакль, шул иҫәптән алты спектакль ҡуйыу, һигеҙ театрҙың матди базаһын нығытыу, дүрт автобус һатып алыу күҙаллана. Шулай уҡ йыл һайын партия проекты сиктәрендә булдырылған иң яҡшы спектаклдәр Өфөлә театр декадаһында күрһәтелә.
Читайте нас