“Йырһыҙ йәшәй алмайым”

Әлфирҙе ауылдаштары “Ирәндек тауышы” тип йөрөтә.

Баймаҡ районының Күсей ауылы һоҡланғыс шәхестәре менән данлыҡлы. Республикабыҙға күп талантлы шәхестәр бүләк иткән төйәк ул. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, данлыҡлы Бирғәле сәсән, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, билдәле ғалим, педагогия фәндәре кандидаты,“Әлифба” китабының авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Әбдрәхимова һәм башҡа күптәр ошо ауылда тыуып үҫкән, ошонан илһам һәм көс алып киләсәккә атлаған.


Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә Күсей ауылы данын йәш быуын лайыҡлы дауам итә. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – ошо ауыл егете Әлфир ЗАМАНОВ. Бәрәкәтле ер йәнә бер улын оло сәхнәгә сығарып, уға халыҡсан моң бүләк иткән.


Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһының күңелдәргә дауа булып яғылған тауышы кемдәрҙе генә әсир итмәй! Тиҙ арала тамашасылар һөйөүен яулаған йәш йырсы сәнғәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыны – былтыр “Башҡорт йыры-2020” телевизион конкурсында Гран-при яуланы. Тыңлаусыларын әсир итерҙәй был ҡөҙрәтле тауыш, халыҡ йырҙарына ҡарата һөйөү Әлфирҙең күңеленә ҡайҙан һалынған, кемдән бирелгән, ни өсөн тап сәнғәт юлын һайлаған кеүек һорауҙарға яуап табыу өсөн уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Әлфир, әйҙә һөйләшеүҙе тыуған яҡтан башлайыҡ. Бала сағыңа әйләнеп ҡайтып, Йәнтәл, Олобейек, Күсем ташы, Ҡаттансыҡ, Йәнгүҙәй тауҙарына менә­йек, йәмле Мәмилә, Йәкәү буйҙа­рын иңләйек. Һин тәбиғәттә йыш булаһың. Тыуған ергә һөйөү айырым көскә эйәме?

– Был һөйөү бала саҡтан килә. Ысынлап та, тәбиғәтте яратам, тыуған яғымдың һәр ағасы, ташы миңә үтә ҡәҙерле һәм яҡын. Тыуған ер атамаларына бәйле легендаларҙы, уларҙың тарихын бәләкәй­ҙән тыңлап, ишетеп үҫтем. Тәүге йырҙа­рымды бер кемдән уңайһыҙланмай тау-урмандарыма йырлап ишеттерҙем, улар­ҙың шым ҡалып мине тыңлауына шаһит булдым, ижадыма көс һәм илһам алдым. Ауыр саҡта ла, ҡыуаныслы мәлдәремдә лә мин тәбиғәт ҡосағына сығам, урманда булырға тырышам. Күп осраҡта яңғыҙым уйланып йөрөргә яратам.
– Ауылдаштарыңдың “Ирәндек тауышы” тигән ҡушаматы ла юҡҡа түгелдер бит?

– Уның үҙенә күрә тарихы бар (көлә). Беҙҙең ауылда көтөү ҙә юҡ, көтөүсе лә, ә халыҡ мал көсө менән йәшәй. Һәр йортта күпләп һыйыр һәм ваҡ мал бар, уларҙы өй беренсә көтәләр. Мәктәп йылдарынан көтөү көтөргә яраттым, үҙебеҙҙекен дә, күрше-күлән һораһа, сират буйынса йөрөр инем. Шул ваҡытта үҙ алдыма өйрәнгән халыҡ йырҙарын яңғыратып ебәрәм, ҡырҙа рәхәтләнеп башҡарам. Мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов та көтөүсе булған, халыҡ йырҙарын ялан-ҡырҙар гиҙгәндә башҡарған тигән уй күңелгә һеңгәндер, күрәһең.
Минең дә көтөү көткәндә йырлап йөрөгәнемде ауылдаштарым ишеткән, шунан кемеһелер: “Ана, үҙебеҙҙең Әлфир йырлай, “Ирәндек тауышы”, – тип әйткән. Артабан ошо һүҙ миңә “йәбешеп” ҡалды. Үпкәләмәйем дә, маҡтанмайым да.
– Әсәйең Венера апайҙың бик матур йырлағанын беләләр. Килен булып төшкән сағында, һыйырҙарын йырлап һауа, тип һөйләгәндәрен әле лә хәтер­ләйҙәр. Моңға булған һөйөү ғаиләнән киләме?

– Эйе, әсәйемдең тауышы моңло, атайым яғынан туғандар ҙа йыр-моңға маһир. Ғаиләлә өс малай үҫтек, ағайҙарымдың ҡолағына “айыу баҫһа ла”, миңә йырлау һәләте бирелгән. Күптәр кеүек бәләкәйҙән йырланым, тип әйтә алмайым, әммә мәктәптә уҡыған саҡтан йыр-моңдан айырылғаным булманы. Музыка уҡытыу­сыһы Гүзәл Игебаеваға рәхмәт, ул мине тәүге конкурстарға әҙерләне, төрлө йыр бәйгеләренә алып йөрөнө, район кимәленә сығарҙы. Халыҡ йырҙарын да ул өйрәтте. Икәүләшеп кабинетта ҡалып, Рамаҙан Йәнбәков башҡарыуындағы халыҡ йырҙа­рын тыңлап, уларҙы өйрәнә торғайныҡ. “Сыңрау торна”, “Ильяс”, “Сибай” кеүек халҡыбыҙҙың йыр гәүһәрҙәрен уның башҡарыуында өйрәндем. 11-се класта уҡыған саҡта класташтарым имтихандарға әҙерләнә, мин – “Ирәндек моңдары” конкурсына.
Бәйге тигәндәй, ҡыҙыҡлы бер хәл иҫкә төштө. Кискелеккә Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанында үтәсәк йомғаҡлау концертында сығыш яһау өсөн әҙерләнәбеҙ. Ауылдан атайым машина менән алып барырға тейеш. Костюмдар кейелгән, галс­тук тағылған. Ауыл ерендә бысраҡ бит инде, ямғыр яуған инеме, ул тиклемен иҫләмәйем, туфли әҙер, әммә мин ни өсөндөр аяғыма калуш эләктергәнмен дә шул килеш конкурсҡа ҡатнашырға киткән­мен. Был барып төшкәс кенә асыҡланды. Ни эшләргә? Тиҙ арала ауылға шыл­тыраттыҡ, ике туған апайым сәхнәгә сыҡҡансы алып килеп еткерҙе. Артист өсөн төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр осрап ҡына тора ул.
– Әйткәндәй, башҡорт халыҡ йыр­ҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнаштың. Ул һинең ижадыңа этәргес бирҙеме?

– Һәр ижад кешеһе өсөн йыр конкурсында ҡатнашыу ул тәү сиратта еңеү генә түгел. Иң мөһиме – үҙеңде һынап ҡарау, башҡаларҙың ижады менән танышыу, яңы йырҙар ишетеү, үҙеңә талап ҡуйыу, киләсәккә пландар билдәләү. Тәүге тапҡыр ҡатнашып, мин үҙемдә ышаныс тойоп, артабанғы яҙмышымды йыр сәнғәте менән бәйләргә ҡарар иттем. Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай сәнғәт колледжына уҡырға индем. Бында 9-сы кластан ҡабул иткәстәр, мине шунда уҡ икенсе курсҡа ултырттылар. Джон Мусин класына эләктем, бер ниндәй нота белмәгән, музыка класын бөтмәгән ауыл балаһына уҡыуы еңел булманы. Әммә тырыштым, күберәк халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирҙем. Уҡыуымды Динар Ласынов менән тамамлап ҡуйҙым.
Бер уйлаһаң, тормош ҡыҙыҡ бит ул: әгәр 11-се класта белем алған класташтарым “Һуңғы вальс” бейеп, мәктәп менән хушлашһа, мин “Ирәндек моңдары”нда ҡатнашам тип йөрөй инем, ә сәнғәт колледжын тамамлап, ҡулыма диплом алыу менән иртәгәһенә армия сафына юлландым. Төркөмдәштәрем диплом “йыуҙы”, мине ауылда әрмегә оҙаттылар. Был хәлдәр тиҫтә йыл самаһы элек булды.
Тағы ла бер ҡыҙыҡ хәл хаҡында әйтеп үтәйем: беҙҙе, яңы килгән һалдаттарҙы, теҙеп ҡуйҙылар ҙа Рәсәй гимнын йырларға ҡуштылар. Үҙебеҙсә йырлайбыҙ, насар килеп сыҡты. Тегеләргә оҡшаманы. Тағы ла йырлаталар, тағы оҡшамай, йәнә йырларға ҡушалар. Шул саҡ тоттом да көслө тауыш менән гимнды йырлап ебәр­ҙем. Бер мәлгә барыһы ла тын ҡалғандай тойолдо лә кинәт мине башҡалар күтәреп алды. Әммә шунда уҡ туҡтатып: “Кем йырланы, шул бер аҙым алға”, – тимә­һендәрме... Бер аҙ ҡурҡып ҡалдым, эргәләге егет төртә, һин йырланың бит, сыҡ, тип. “Я”, – тип алға сыҡтым, тегеләр аптырай. Минең кәүҙәмә ҡарайҙар, ундай көслө итеп йырлай алмаҫ ине, тип үҙ-ара һөйләшәләр. Яңынан йырларға ҡуштылар, йырлап ебәрҙем. Шулай әрмелә лә йырлауым миңә күп яҡлап ярҙам итте, унда ла халыҡ йырҙарын башҡарып ала инем, минән башҡа бер башҡорт булмаһа ла (йылмая).
– Профессиональ сәхнәгә ҡасан аяҡ баҫтың?

– 2012 йылдың 4 декабрендә Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эш башланым. Бында ҙур тәжрибә тупланым, сәхнә тормошоноң сағыу яҡтарын күрҙем, “сәхнә артындағы”һы менән дә яҡындан осраштым, ысын мәғәнәһендә оло тормош һынауы үттем. Халыҡ ижады менән яҡын­дан таныштым, халыҡ йырҙарына, бигерәк тә төбәктә сыҡҡан ерле йыр-моңдарҙы өйрәндем. Һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын эҙләп табып, уларҙы тамашасылар алдына сығарыу төп маҡсатым булды. Һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров менән ижади хеҙмәттәшлек иттек, уның бик күп йырҙарын яҙҙырттыҡ. Радмир Тимербулатов етәкләгән “Сураш” вокаль ансамблендә солист булдым. Тап Баймаҡ сәхнәһендә үҙемде бар яҡлап астым, үҫештем.
Тормоштағы үҙгәрештәргә һәр саҡ кемдеңдер йоғонтоһо була. Сибай концерт-театр берекмәһенә эшкә килеүемдә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, ҡурайсы Рәмил Туй­синдың шылтыратып: “Ҡустым, һинең йырлағаныңды күҙәтеп барам. Моң ярылып ята, үҫеш тә бар, Сибайға килергә теләгең юҡмы?” – тип әйтеүе күңелемә ниндәйҙер осҡон һалды. Шәхси тормошомда ла бер аҙ проблемалар килеп сыҡҡайны, тәүәккәлләнем. Үкенмәйем, Сибай сәхнәһендә үҙемде өр-яңынан астым, яңы һулыш алдым, дәрт, дарман менән егелеп эш башланым. Тәүге тапҡыр клиптарға төштөм, йәш йырсы Гөлиә Сурина менән – дуэттар, филармонияның һәр концерт программаһында төп рол­дәрҙе башҡарып, солист булараҡ сығыш яһай башланым. Икенсенән, үҙемдә актерлыҡ һәләтен астым. Тормошта ябай кешемен, ә инде сәхнәгә сыҡһам, бөтөнләй икенсегә әйләнәм, сәхнәлә йәшәй башлайым, образға тулыһынса инәм. Эшемде шул тиклем яратам, йырһыҙ йәшәй алмайым.
– Ысынлап та, Сибай концерт-театр берекмәһенең һәр концертының сағыу бер биҙәгенә һәм ҡотона әйләндең, тамашасылар һин башҡарған йыр-моңдарҙы көтөп ала, яратып ҡабул итә. Бигерәк тә боронғо башҡорт йырҙарын халыҡсан итеп башҡара алыу оҫталығына эйәһең. “Башҡорт йыры” конкурсында еңереңә ышана инеңме?

– Дөрөҫөн әйткәндә, көтөлмәгән шатлыҡ булды ул. Туғандарымдың, бергә эшләгән коллективтың, бигерәк тә әсәйемдең һүҙен йыға алмайынса, конкурста ҡатнашырға булдым. Һирәк башҡарылған “Ҡарат” йырын башҡарҙым, мәртәбәле жюри яғынан да яҡшы баһа алдым. Икенсе турға барырға кәрәк, ә беҙ райондар буйлап гастролдәргә сыҡҡанбыҙ, әҙерләнергә ваҡыт та юҡ, етмәһә, интернет тотмаған ауылдарҙабыҙ. Ретро йыр итеп Венер Килмөхәмәтов башҡарыуындағы һирәк ишетелгән “Оҙата кил” (Шәриф Бикҡол һүҙҙәренә Наил Ғәлиев яҙған) йырын һайланым, үҙем яҡшылап репетиция яһай алмайым. Гастролдән тура алты сәғәт Өфөгә барҙым, һүҙҙәрен ятлап өлгөрмәгәнмен. Ҡулыма ҡағыҙ тотоп сыҡтым, үҙем бер аҙ ҡаушайым, уңайһыҙ ҙа кеүек. Йырлап сыҡтым, тәнҡит һүҙҙәрен ишетергә әҙер торам, ә миңә баһалама ағзалары рәхмәт әйтә, уңыштар теләй. Тулҡынланыуымды йәшерә алмай саҡ торҙом. Экрандан йырсының үҙе баш­ҡарғанын күреп, йәнә шаҡ ҡаттым: унда ла йырсы ҡулына ҡағыҙ тотоп йырлай, баҡтиһәң, минең “шпаргалкам” уны ҡабатлаған кеүек килеп сыҡҡан. Бына шундай ҡыҙыҡлы ла, сетерекле лә хәлдәр була...
Еңеүемә килгәндә, бик шатмын. Үткән йыл минең өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Фатир алдым, “Ирәндек моңдары”нда ҡатнаштым, “Башҡорт йыры”нда Гран-при яуланым, ғаиләм менән дә барыһы ла яҡшы, яңы йырҙар ижад итеү өҫтөндә эшләйем.
Пандемия осоронда тик ултырманыҡ, онлайн-концерттар ҡуйҙыҡ. Тыуған яғыбыҙҙа сыҡҡан, бик һирәк башҡарылған “Тәпәшәк билән” йырын ауылдашым Сәйҙә апай Баймөхәмәтованан өйрәнеп, уны тамашасыларға еткерҙем. Тағы ла һирәк ишетелгән йырҙарҙы эҙләү, өйрәнеү буйынса эш алып барам, яңы композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итәм, йырҙар яҙҙыртам, яңы клиптар төшөрәм.
– Үҙеңдең концертыңды ҡуйырға теләк юҡмы?

– Был хаҡта уйланып йөрөйөм. Кем белә, бәлки, быйыл йыр-моңдарымды бергә туплап, яратҡан тамашасыларым өсөн концерт программаһы менән сығырмын. Пландар күп, уларҙың барыһын да асып бөтөргө килмәй. Шулай уҡ сәхнәлә үҙемдең актерлыҡ һәләтемде лә үҫтергем килә. Тимәк, эшләнәһе эштәр, йырланаһы йырҙар алда әле. Иң мөһиме – киләсәктә халыҡ йырҙарын йырларға йыйынам, йырһыҙ йәшәй алмаҫымды беләм.
– Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, яҡташ! Илһам шишмәң урғылып торһон, “Ирәндек тауышы”ң ауылдаштарыңды ғына түгел, бар тамашасыларҙы әсир итһен, күңелдәрен байытһын!


Баймаҡ районы.
Читайте нас