Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында йәш режиссер Регина Ишбулатова ҡуйған Шәүрә Шәкүрованың “Зәңгәр томандар артында” драмаһы (Гөлдәр Камалова тәржемәһе) буйынса премьера булды. Спектаклдең рәссамы – Юлиә Сиражетдинова, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илмир Үҙәнбаев.
Шәүрә Шәкүрованың “Зәңгәр томандар артында” пьесаһы “Авторҙан – сәхнәгә!”, “Литодрама-2018” халыҡ-ара драматургия конкурсында “Заманса киңлек” номинацияһында еңеү яулаған, шулай уҡ “Баденвайлер-2018” халыҡ-ара конкурсында танылыу алған һәм 15-се әҙәби Волошин конкурсында (Ҡырым), 13-сө “Драма дәүере-2017, йәй” заман драматургияһы конкурсында иң яҡшылар исемлегенә ингән. Республиканан ситтә ике театрҙа ҡуйылған һәм ярайһы уҡ яҡшы баһа алған.
Ҡасандыр тап Сибай театрында хеҙмәт юлын башлаған Регина Ишбулатова был юлы үҙен йәш режиссер итеп танытҡан. Йәштәрсә дәрт, яңы алымдар менән спектаклде байытҡан, үҙенә күрә эҙләнеүҙәре, яңы алымдары ла бар. Үҙе лә Сибайҙан Мәскәүгә эшкә барған кеше булараҡ, “Зәңгәр томандар артында” пьесаһы геройҙарының яҙмышы уға ят түгел. Шуға күрә ул үҙенең премьераһындағы һәр образды нисек асырға икәнлеген яҡшы белгән.
Сит ерҙә, үҙҙәренең тыуған төйәгенән алыҫҡа, был осраҡта Мәскәүгә, уҡырға һәм эшкә килгән ҡыҙ һәм егеттәрҙең яҙмышы хаҡында был тамаша.
“Барыһы ла аҡса эшләргә ситкә йөрөй. Бөтә ил халҡына бер Мәскәү... Ни эшләйһең инде, өйҙә бер кемгә лә кәрәгебеҙ булмағас? Эшһеҙ ғаилә ҡороп, бала үҫтереп булмай. Ә өйгә ҡасан булһа ла ҡайтырбыҙ, мотлаҡ ҡайтырбыҙ... Һуңыраҡ... Моғайын... Ҡайһы саҡ уйлап та ҡуям: тыуған яҡ бармы ул? Бәлки,тегендә, зәңгәр томандар артында, бер ни ҙә юҡтыр. Бәлки, алыҫ-алыҫта бәхеттән генә торған мөғжизәле төйәк барҙыр? Беләм: был уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Артабан йәшәргә! Ҡасан булһа ла ҡайтыр өсөн. Иң мөһиме – тыуған яҡҡа илткән юлдар аҙаштырмаһын...” Был һүҙҙәр спектаклдең төп геройының уйҙарынан. Ысынлап та, тыуған яҡҡа илткән юлдарҙа улар аҙашып ҡаламы, зәңгәр томандар артында яҙмыштары нисек, ҙур мегаполиста үҙҙәрен табамы, мөхәббәттәрен осратамы, бәхетлеме улар? Тап ошо һорауҙар борсой премьераны ҡараған һәр тамашасыны.
Шуны әйтергә кәрәк, спектакль күңелдә күп һорауҙар ҡалдырҙы. Режиссура яғынан ҡарағанда, Регина Ишбулатова ҡулынан килгәнсә тырышҡан, театрға яңы һулыш бирерлек әҫәр тыуҙыра алған, йәштәр өсөн көнүҙәк теманы яҡтыртҡан. Был әҫәрҙе ҡарарға теләгән йәштәр булыр, үҙ фекерҙәрен дә әйтер, тип өмөтләнәйек.
Әҫәр рус телендә яҙылған, бәлки, башҡортсаға ауҙарғанда ул тейешле рәүештә тәржемә лә ителмәгәндер, тигән шик тә төшә күңелгә. Элек-электән Сибай театры үҙенең халыҡсан булыуы менән айырылып тора, бында килгән тамашасы артистарҙың уйнауынан уларҙың әйтергә теләгән уй-фекерҙәрен аңлап ҡабул итергә өйрәнгән. Кәрәк икән, тәнҡит һүҙен дә әйтә.
Хәлдәр Мәскәү ҡалаһында ҡуртымға алынған фатирҙарҙың береһендә бара. “Мәскәү башҡорттары” төркөмө аша төп герой үҙенең яҡташтары өсөн фатирҙы алдан әҙерләп ҡуя һәм уларҙан икеләтә хаҡ алып, үҙе түләмәй. Быға уның үҙ сәбәптәре бар. Ошо бер фатирҙа йәштәр бер-береһе менән осраша, ҡауыша, аҙаҡ бер-береһенең йәрҙәрен алмаштырып, парлаша. Ысынлап та, был күренешкә һәр береһенең үҙ яуабы бар, әммә хәл бик ышандырырлыҡ түгел. Мөхәббәт тигән изге хис бар икән, уны шул тиклем түбән төшөрөргә кәрәкмәй. Был әҫәрҙе ҡараған һәр ата-әсә, әгәр балаһы сит ерҙә белем ала, эшләй икән, беҙҙең дә балаларыбыҙ шулай йөрөмәйме икән тигән уйға ҡалыуы ихтимал. Диндар егеттең нисек итеп ауырға ҡалған ҡыҙына абортҡа барырға тәҡдим итеүе, тиҙ арала икенсе ҡыҙға өйләнеүе нисектер тамашасыны ышандырып бөтмәй. Берҙән-бер ҡустыһының үлеүе, уны ерләп килгәндән һуң үҙ сабыйының донъяға килеүенә риза булып, ҡыҙҙан ғәфү итенер урынға, уның икенсегә өйләнеүе лә ғәжәпләндерә. Һәр саҡ мәрхәмәтле һәм изге күңелле әсәһенең әллә күпме миллионлаған бурысын үҙе кредит алып япҡан төп геройҙың йәш ҡыҙға тағы ла ярҙам итеү ниәте менән генә өйләнеүе аңлашылмай. “Ҡушылыусыларҙың урынын алмаштырыу менән сумма үҙгәрмәй” тигән математика законы менән аңлатҡанда ла, бер-береһенең йәрҙәрен алмаштырып өйләнешкән был йәштәрҙең артабанғы яҙмышы нисек барып бөтөүе тамашасы өсөн йомаҡ. Бәхетле булырмы улар, икеле... Ысынлап та зәңгәр томандар артында билдәһеҙлектәр күп...
Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова, артистар Нәфис Сәйетов, Айбулат Ғүмәров, Морат Амантаев, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Нәфисә Мәзитова һәм Гөлфиә Мәҡсүтова башҡара.