Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының “Ҙур гастролдәр” программаһы бәләкәй һәм ҙур ҡалаларҙа йәшәгән тамашасыларға ватан һәм сит ил сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләре менән танышыу мөмкинлеген бирә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. “Ҙур гастролдәр”ҙе, Рәсәй Мәҙәниәт министрығы күрһәтмәһенә ярашлы, “РОСКОНЦЕРТ” федераль музыкаль һәм фестиваль программалары дирекцияһы ойоштора.