Өфөлә 18 марттан алып 25-енә тиклем сираттағы, инде матур йолаға әүерелгән Театр декадаһы ойошторола.
Был яңылыҡты республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат үҙәге хәбәр итә. Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтары үткән миҙгелдең сағыу постановкаларын, премьера спектаклдәрен ҡарау мөмкинлегенә эйә була. Был тамашалар “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ҡараған “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” һәм “Театрҙар – балаларға” программаларына ярашлы үтә.
Театр һөйөүселәр өсөн был - оҙаҡ көтөлгән, танһыҡ ваҡиға. Проектта Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай башҡорт драма театрҙары, Сибайҙағы “Сулпан” балалар театры, Стәрлетамаҡтан шулай уҡ Рус драма театры, Туймазы татар драма театры ҡатнаша.
Фотола: Сибайҙың “Сулпан” балалар театры Өфөгә “Тылсымлы ҡурай” спектаклен алып килә.
(Театрҙың “Бәйләнештә”ге сәхифәнән).