“Өс таған”ды ете меңдән ашыу кеше ҡараны

Киноның күп өлөшө Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлгән.

Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса режиссер Айнур Асҡаров төшөргән фильм республиканың мәҙәни тормошонда тағы ла бер сағыу ваҡиғаға әйләнде. Ул дүрт көн прокат ваҡытында бөтә Рәсәй тамашасыһының һөйөүен яуланы. Байрам осоронда миллион һумдан ашыу касса йыйымы килтерҙе, уны ете меңдән ашыу кеше ҡараны.
Кинозалдарҙа фильмдар күрһәтеү тураһындағы федераль мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, "Өс таған" илебеҙҙә 20 иң шәп кино иҫәбенә ингән. Һәр тамашасы уны тик ыңғай яҡтан баһалай һәм оҡшауын белдерә.
Мәғлүм булыуынса, продюсер һәм режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендә фильмды 2018 йылда төшөрә башлайҙар. Киноның күп өлөшө Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлгән. Тәүге тамашасы ла Толпар ауылы халҡы була – уларға киноны былтыр 1 августа күрһәтәләр.
Фото: скриншот.
Читайте нас