"Алда ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә"

Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатында “ЖиТЕЛь” мәктәп милли театр студияһын асыу тантанаһы булды.

Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатында “ЖиТЕЛь” мәктәп милли театр студияһын асыу тантанаһы булды.
Был проект республика Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында еңгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡанатлы һүҙҙәре ошо кисәнең девизына әйләнде. Уҡыусылар башҡортса һәм күренекле башҡорт шағирҙарының руссаға тәржемә ителгән шиғырҙарын һөйләне. Балалар туған телде яҡлау, һаҡлау, уны киләһе быуындарға тапшырыу юлдары тураһында фекер йөрөттө.
Сараға республиканың танылған яҙыусылары - шағирә, журналист, тәржемәсе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, Башҡортостандың рус яҙыусылары берекмәһе етәксеһе, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире урынбаҫары, 15 әҙәби премия лауреаты Светлана Чураева, филология фәндәре кандидаты, “Бельские просторы” журналының яуаплы секретары Салауат Вахитов саҡырылғайны. Ҡунаҡтар әҙәби тәржемә, бөгөнгө әҙәбиәттә барған процестар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
“Балалар был уникаль сарала ҡатнашып, яҙыусылар менән аралашыу, үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырыу һәм әҙәби тәжрибә туплау мөмкинлеге алды. Йәнле осрашыу уларға яңы тәьҫораттар, яҡшы кәйеф бүләк итте. Бындай саралар эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеү өсөн этәргес булып тора: әңгәмә барышында яңы идеялар тыуҙы, киләсәккә пландар билдәләнде.
Башҡортостан әҙәбиәтенең бөгөнгөһө хаҡындағы мауыҡтырғыс әңгәмә барышында ваҡыттың уҙғаны ла тойолманы. Осрашыу тамамланғас, уҡыусылар һәм уҡытыусылар фәһемле саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Беҙҙең гимназияла тормошҡа ашырылған был уникаль проект балаларҙы мәҙәни мөхиткә йәлеп итер тип ҡыуанабыҙ. Алда яҙыусылар, тәржемәселәр, театр артистары һәм режиссерҙары менән күп ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә”, – ти гимназияның директоры Ғәлиә Ғүмәрова.
Мәктәп театр студияһына илһамлы, емешле ижад теләргә ҡала.
Фотолар менән тәьмин иткәне өсөн гимназия хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.
Читайте нас