Республикабыҙ мәғарифы һәм фәненең танылған трибунаһы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы үҙенең бер быуатлыҡ фәнни-методик эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай. Оло Ватаныбыҙҙың, республикабыҙҙың мәҙәни тормошо һәм мәғарифы менән бәйле баҫма тарихыбыҙҙың һәр дәүерендә үҙ маҡсатына тоғро ҡалды, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, уҡытыусыларҙың, мәктәп тәрбиәселәренең ғилми-методик оҫталығын күтәреү өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт итте. Шуға ла республика Башлығы Р.Ф. Хәбировтың “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының 100 йыллығын әҙерләү һәм үткәреү тураһында”ғы Указына ярашлы күп кенә эш башҡарыу ҡаралды. Иң мөһиме шул: бай тарихлы баҫманың данлы юбилейы республикабыҙҙағы мөһим сараларҙың береһе тип билдәләнде.
Журнал 1920 йылдың февралендә “Мәғариф эштәре” исеме менән донъя күрә башлай. Ә бер аҙҙан ул “Белем” тип атала һәм республикабыҙҙа халыҡ мәғарифы эшен ойоштороуҙа, балалар араһында аң-белем таратыуҙа, уҡый-яҙа белмәгән өлкәндәрҙе грамотаға өйрәтеүҙә, яңы формалашҡан башҡорт әҙәби теле, уның орфографик ҡағиҙәләрен аңлатыуҙа, башҡорт әҙәбиәтен халыҡҡа еткереүҙә баһалап бөткөһөҙ эштәр башҡара. Әлеге тарихи осорҙа гәзит-журналдарҙың бик аҙ булыуын иҫәпкә алғанда, баҫманың бурыстары ҡатмарлы булғандыр. Ул Совет хөкүмәте һәм партия органдарының эске сәйәсәтен, яңы идеологияны халыҡҡа таратыу һәм пропагандалау мәсьәләһендә лә юл ярыусы була. 1931 йылдан башлап журналдың “Культура революцияһы” тип атала башлауы ла ошо хаҡта һөйләй. Ул дәүерҙә уҡытыусыларҙың мәҙәни фронттың алғы һыҙығында булыуы барыбыҙға ла мәғлүм.
– Журнал мөхәррирҙәренең абруйы ҙур булғандыр, тип уйлайым, – ти баҫманың баш мөхәррире, яҙыусы һәм журналист Салауат Кәримов. – Мәҫәлән, иң тәүге мөхәррир Төхвәт Ченәкәй – заманында танылған шағир, йәмәғәт эшмәкәре, ә Имай Насыри, Ғөбәй Дәүләтшин яҙыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, мәғариф комиссарҙары була. Бындай шәхестәр милләтебеҙгә, илдә барған культура революцияһына көстәрен йәлләмәй хеҙмәт иткән, бөгөн данлы исемдәре халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡлана.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда байтаҡ ҡына йылдар баҫылмай торған журнал ҡайтанан донъя күрә башлай. 1952 йылда уның мөхәррире итеп билдәле журналист, яугир Ғәли Ишбулатов ҡуйыла. Был осорҙа баҫманың төп бурысы халыҡ мәғарифын үҫтереүгә, уҡытыусыларҙың педагогик һәм методик оҫталығын күтәреүгә ҡайтып ҡала.
Араны дуҫлыҡ ептәре бәйләй
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, уҙған быуаттың 80 – 90-сы йылдарында “Башҡортостан уҡытыусыһы” менән дуҫлашыу яҙҙы миңә. Педагогик эшмәкәрлегем башында айырыуса дәрес өлгөләре, тәжрибәле уҡытыусыларҙың алдынғы эш ысулдарын сағылдырған мәҡәләләр мауыҡтырҙы. Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров (1931 – 2010) уҡытыусы-методист, филология фәндәре кандидаты булараҡ тап ошо баҫмала формалашты.
Уның эш өҫтәлендә журналыбыҙ һандары тау-тау булып өйөлөп ятыр ине. Үҙенең эш тәжрибәһен таратыуҙа ғалим-уҡытыусы журнал мөмкинлектәрен киң файҙаланды. Ә бындай уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, халыҡ мәғарифы мөдирҙәре республикабыҙҙа аҙ булманы. Тәүге мәҡәләм – “Башҡорт теле дәрестәренең тәрбиәүи әһәмиәте” – баҫылған “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның (1992 йыл, ғинуар) һаны әле лә ҡәҙерле бер йәдкәр булып һаҡлана. Бөгөн мәҡәләләрем донъя күргән һандар биш тиҫтәгә етте.
Шул осорҙан башлап баҫма менән дуҫлыҡ ептәре нығынды. Журналдың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Ғүмәров менән, йәш араһына ҡарамай, яҡындан аралашыу, фекерҙәш булыу насип итте. Йәш тип тормай, мине журналдың мөхәрририәт ағзаһы итеп тә һайлап ҡуйҙылар. Уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән С.Я. Ғүмәров өс тиҫтәнән ашыу йыл баҫмабыҙҙың баш мөхәррире йөгөн тартты. Ул бер саҡ: “Мин бик оҙаҡ йылдар еңел машина алмай эшләнем. Район-ҡалаларға тура килгән транспортҡа эләгеп сығам да китәм. Район етәкселәре, уҡытыусылар менән осрашып, бай материал туплап ҡайтам. Иркенләп йөрөүем журналдың тиражын күтәрергә ярҙам итте, күпләп таралды ул йылдарҙа баҫма. Һуңғараҡ мәғариф министры Ғ.М. Мөхәмәтйәнова, мәжбүрләп тигәндәй, еңел автомобиль алып бирҙе”, – тип һөйләп торҙо.
Эйе, Сәлимйән Ялалетдин улының республикабыҙҙа абруйы юғары булды, оҫта ойоштороусы, һәр кем менән еңел аралашыусан, юморға бай педагог-журналист республикабыҙ мәғарифына һәм матбуғатына намыҫ менән хеҙмәт итте. Хаҡлы ялға сыҡҡас та уның милли баҫмаларыбыҙҙан айырылғаны юҡ. Бай хеҙмәт юлы тураһында бик фәһемле “Иҫкермәҫ иҫтәлектәр” тигән китабы менән мөхәррир уҡыусыларын йәнә ҡыуандырҙы. Шиғырҙары, хикәйәләре һәм юлъяҙмалары образлы теле, йәнле стиле менән күңелде арбай.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” бөгөн дә республика матбуғатының алғы сафында килә. Данлы баҫмабыҙ ғилем һәм изгелек орлоҡтарын сәсеүен дауам итә, матбуғатҡа яҙылыуҙың ауыр шарттарҙа барыуына ҡарамайынса, иң ҙур тираж менән таралған журнал булып ҡала. Һөнәри баҫма булараҡ, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, юғары һәм урта һөнәри, урта дөйөм белем биреү ойошмалары, мәғариф идаралыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, дөрөҫөрәге, ана шул белем һәм тәрбиә биреү органдарына, уҡытыусыларға хеҙмәт итә.
Журнал уҡытыу планында ҡаралған барлыҡ федераль һәм төбәк предметтарҙың уҡытыу йөкмәткеһен сағылдыра, шул иҫәптән мәғариф ойошмалары етәкселәре эшмәкәрлеген дә ситтә ҡалдырмай. Ошо тиклем киң даирәлә ғилми-методик, алдынғы практикалар алып барыу өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең дә фәнни һәм методик оҫталығы юғары булыу зарур. Был йәһәттән бүлек мәхәррирҙәре Г.Ф. Шәһиева, Э.Р. Сәғиҙуллина, Ф.Р. Искәндәрова, Т.Ф. Миңләхмәтова, Г.Ә Ҡусҡарбаева, И.С. Ғүмәровтар һынатмай, улар үҙҙәре лә исемдәре киң билдәле педагогтар.
Журнал яҡын дуҫтары – авторҙар менән дә һоҡланғыс эш алып бара. Улар араһында айырыуса ҙур әүҙемлекте Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары күрһәтә. Профессорҙар Ғ.С. Ҡунафин, М.Х. Иҙелбаев, М.Х. Нәҙерғолов, әҙәби тәнҡитсе, БР Яҙыусылар союзы рәйесе З.А. Әлибаев, филология фәндәре докторҙары Г.Р. Абдуллина, М.Ғ. Усманова, Л.Х. Сәмситова, Г.Ә. Иҫәнғолова, З.И. Сәләхова, доцент З.М. Ғәбитовалар журнал биттәрендә йыш сығыш яһай. Әүҙем авторҙар йыл һайын журнал лауреаты исеменә лайыҡ була.
Һуңғы ике йыл дауамында журнал тышлығында күренекле ғалимдар, мәғариф етәкселәре, алдынғы уҡытыусыларҙың портреттары баҫылып килә, улар хаҡында ҡыҫҡа мәғлүмәт бирелә. Минеңсә, был – бик матур башланғыс, сөнки республика мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән зыялыларыбыҙҙы йәш быуын педагогтар танырға тейеш.
Баҫмабыҙҙың йәнә бер матур традицияһы – мөхәрририәт ағзалары менән маҡсатлы эш алып барыу. Редколлегия ултырыштары квартал һайын үтә, йыл аҙағында дөйөм йомғаҡ яһала, эш пландарының үтәлеше тикшерелә. Мөхәрририәт ғалимдарҙың, мәғариф органдары етәкселәренең кәңәштәренә таяна. Баҫмала донъя күргән байтаҡ материал тап улар күҙлегенән баһалана, ташҡа баҫырға тәҡдим ителә. Һуңғы осорҙа В.Н. Гуров, З.М. Ғәбитова, Ф.Ш. Сынбулатова, А.Н. Усевич, М.Б. Юлмөхәмәтов редколлегия ағзалары булып тора. Мәрхүм коллегаларыбыҙ А.М. Әхтәмов менән Р.Ғ. Мәжитов, мөхәрририәт ағзалары булараҡ, һуңғы көндәренәсә хеҙмәттәшлек итте. Форсаттан файҙаланып, улар хаҡында йылы һүҙ әйтке килә. Икеһе лә редколлегия эшендә мөкиббән китеп ҡатнашыр, һәр ултырышта эшлекле кәңәштәрен бирер ине... Иртә китте арабыҙҙан ғалимдарыбыҙ, баҫмабыҙ үҙенең иң әүҙем авторҙарын, ойоштороусыларын юғалтты.
Әлеге ваҡиғаларға тиклем редколлегия ағзалары алыҫ мәктәптәргә барып етеп, педагогтар менән йәнле осрашыуҙар үткәрә ине. Бөгөн республика баҫмаларының тиражын арттырыуҙа был сара бик мөһим, уны артабан да дауам итеү кәрәк. Баҫмалар өсөн дә ике яҡлы һөйләшеү, аралашыу мөһим.
Беҙ һүҙ башында “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррирҙәре хаҡында һөйләгәйнек. Шундай уҡ ихлас һүҙҙәрҙе баш мөхәррир Салауат Ғайса улы Кәримов хаҡында ла әйтәбеҙ. Ғүмерен республика матбуғатына арнаған, гәзит-журнал редакцияларында, Мәғариф министрлығында сынығыу үткән, киң эрудициялы ижади шәхес – бөгөн дә журналдың йөҙөн, интеллектуаль кимәлен, ғилми методикаһын билдәләгән етәксе. Салауат Ғайса улы баҫманың тиражын, таралыу географияһын, уҡымлылығын күтәреүҙә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй эшләй.
Республика мәктәптәрендә, мәғариф идаралыҡтарында уны танымаған, белмәгән педагог юҡтыр. С.Я. Ғүмәров традицияларының иң кәрәклеһен үҙләштергән, заманға ярашлы итеп ойошторған алдынғы етәксе ул баш мөхәрриребеҙ. Журналдың бер быуатлыҡ юбилейын әҙерләүгә ни тиклем көс түккәнен ишетеп түгел, күреп беләбеҙ.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы коллективын, уның күп һанлы уҡыусыларын олуғ байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.