Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, әҙибе Ғәли Соҡоройҙоң ижадында тарихи тема ҙур ғына урын биләй. Беҙҙең көндәргә әҙиптең “Тәүарихи Болғарийа, йәки Тәҡриби Ғари” һәм “Тәзкирәти әл-әхуан вә әл-әхбаб” тигән тарихи әҫәрҙәре килеп еткән.
Соҡорой үҙе тураһында “Ауылдағы шөғөлөм” тигән яҙмаһында түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: “Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Зариғ бине әл-зариғ, деһҡан бине әл-деһҡандыр. Аҡсар әл-шөғөлөбөҙ урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһамаҡтыр…”. Ошо көн-торош мәшәҡәттәренә йорт-ерендәге мәсет, мәҙрәсәне тәртиптә тотоу, һабаҡ биреү мәшәҡәттәренең дә өҫтәлеүен теркәп үтә әҙип, “…Ирәкте башҡортоноң иң ғәли михнәтле фәреғе булып торамын” тип белдерә ул үҙен.
Ғ. Соҡоройҙоң нәҫел тарихын бәйән иткән “Тәзкирәти әл-әхуан вә әл-әхбаб” әҫәре үҙендә яҙма әҙәбиәт һәм фольклор жанрҙары традицияларын берләштереүе менән ҡыҙыҡлы. Әҙип был хикәйәтен ата-бабалары хәтерләүҙәренә таянып яҙа, шуға күрә лә хикәйәләүҙәрҙә риүәйәт, легендаларға хас стилдәрҙең өҫтөнлөк алып китеүе тәбиғи. Икенсе яҡтан, Соҡорой, тарихи яҙмалар өҫтөндә эшләгән уҡымышлы әҙип булараҡ, әҫәренә был ғилми тәжрибәләрен дә һалмай ҡалмай.
Әҫәр шәжәрәләргә хас традицион исемдәр сылбыры менән башланып китә. Үҙенән башланған исемдәр теҙмәһен һанай килә Ҡара -Табын бейгә, уның атаһы Майҡы бейгә саҡлы уҡ килтереп төкәтә. Артабан текст мауыҡтырғыс бер хикәйәт төҫөн ала.
Майҡы бей ата-бабалары күңелендә яҡты бер образ булараҡ һаҡланып ҡалған. Ырыуҙары атаһы, күренекле шәхес Майҡы бейгә булған ихтирамды Ғәли Соҡорой ҙа билдәле бер әҙәплелек менән бирергә тырышҡан: “… Майҡы бейҙе Сыңғыҙ хан менән бергә бер заманда булған кеше … уның вәзирҙәре йөмләһендә булып, бер арбаға ултырып йөрөгән, тип һөйләйҙәр…”. Автор, ҡарттарҙың һөйләүенә нигеҙләнеп, уның вәли хисаплы, хандарға кәңәш бирерлек аҡыллы, күп ерҙәр күргән уҡымышлы кеше булыуын теркәп үтә.
Туғандар хаҡында иҫтәлектә Ғәли Соҡорой һәр ата-бабаһы хаҡында сурытып һөйләүҙе маҡсат итеп алмай, иң күренекле шәхестәргә генә айырым-асыҡ туҡталып үтеүҙе хуп күрә.
Майҡы бейҙең улы Ҡара-Табын бейҙең күп улы араһынан ул, мәҫәлән, Әхмәтшәйех олатаһына ғына иғтибар бүлә. Был шәхес тә бабалары күңелендә яҡты иҫтәлек ҡалдырған икән. Авторҙың теркәп үтеүенсә, Әхмәтшәйех Ҡара-Табындың яратҡан улы була. Атаһының уны үҙенең Ирәкте ырыуы халҡына оҡшатып кешелекле, данлыҡлы, ир кеше кеүек йылы һүҙҙәр менән һөйөп үҫтереүе хаҡындағы мәғлүмәттәр Әхмәтшәйех хаҡында хикәйәләүҙәргә инеш булып тора. Әхмәтшәйехкә ҡағылышлы сюжет ебе бер генә йүнәлешле түгел – уның улдары Абдал бей, Сулман бейгә бәйле хикәйәләүҙәргә тармаҡлана.
Ғ. Соҡоройҙоң “Тәзкирәти әл-әхуан вә әл-әхбаб” әҫәрендә образдар һынландырылышы бик үҙенсәлекле. Авторҙың ата-бабалары образдарын төрлө яҡлап һүрәтләүгә ынтылған осраҡтары бар. Был йәһәттән бигерәк тә Иҫән бей образы сағылышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Иҫән бей Соҡоройҙоң иғтибарын үҙенең бик көслө шәхес булыуы менән йәлеп иткән. Автор заттарында уҡымышлы кешеләрҙең күп булып, Иҫән бейҙең дә заманының мәшһүр шәхесе булыуын билдәләй. Хикәйәләүҙәр барышында уның ҙур дәүләтле, шөһрәтле, күп башҡорттарға баш булып торған хан икәнлеге асыҡлана. Уның шәхси һыҙаттары һунар итеүе эпизодтарында, йорт-ҡураһын, иле биләмәләрен һүрәтләгәндә, илендәге эске һәм сит илдәр менән бәйләнешлелек сәйәсәтендә тулы сағылыш таба.
Дәүеренә күрә бик оҫта сәйәсмән, аҡыллы ил башлығы образын тыуҙырғанда автор уның ҡаршылыҡлы сифаттарына ла туҡталып үтмәй ҡалмай. Ғәли Соҡорой был бабаһының ситтән күпләп килгән ерһеҙ халыҡтарҙы үҙ иленә һыйындырыуы менән килешә алмай. Уның ризаһыҙлығы сит халыҡты һүрәтләүендә күренә: “… мәшриҡ тарафындағы наҙан халыҡтарҙың муттары, ҡараҡтары, Ҡытай хандан ҡасып, беҙҙең Ирәкте ерендәге өҫтөн халыҡ араһына килеп һыйынған. Хатта беҙҙең аҫыл төп бабабыҙға бик ҡаты дошман булған динһеҙ, йүнһеҙ, нәжес халыҡтар ҙа бында Иҫән хан күләгәһендә йөрөгәндәр…” Автор бабаһының был халыҡты балаларына ялсы булырҙар тигән өмөт менән эйәләштереүен хупламай, уларҙың барыбер ҙә ҡәҙерҙе белмәҫ наҙан, әҙәпһеҙ булып ҡалыуҙарын әсенеп яҙа. “Уңмаған малай атаһын, бабаһын тиргәтер” тигән әйтемде иҫкә алып, Соҡорой ошо күренешкә ҡарата үҙ ҡарашын белдерә.
Авторҙың уҡымышлылыҡ кимәле, әҙиплек һәләте, телмәр байлығы тарих төпкөлөндә ҡалған хәл-ваҡиғаларҙы йәнле һүрәтләүгә булышлыҡ итә.
Ирәктеләрҙең Силәбе, Пермь ерҙәрендәге, Сулман, Барҙа йылғалары буйындағы тормоштары, тарихтары һүрәтләнеше тәүарих жанры стиленә көйләнгән. Беҙ бында бик күп топонимия атамаларын осратабыҙ. Ырыуҙарҙың йәшәгән, күсеп йөрөгән географик биләмәһе сиктәрен аныҡ күҙаллайбыҙ. Ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе тарихы хаҡында мәғлүмәттәр алабыҙ. Был күренештәр хикәйәләүҙә тарихи-реаллек һыҙаттарын көсәйтә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, “Тәзкирәти әл-әхуан вә әл-әхбаб” – үҙендә яҙма әҙәбиәт жанр-стиль традицияларын да, халыҡ ижады үҙенсәлектәрен дә туплаған, художестволы бөтөнлөккә дәғүә иткән әҫәр. Уның фәһем алырлыҡ тарихи мәғлүмәттәре, рухландырырлыҡ образдары, зауыҡ алырлыҡ йөкмәткеһе бар.