Бөтә яңылыҡтар

“Әкиәт яҙырға өйрәнәм”

Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған "Йәш яҙыусылар клубы" бик күп балаларға файҙалы онлайн-осрашыуҙар бүләк итте.

Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған "Йәш яҙыусылар клубы"нда "Яҙыусы оҫталығы дәрестәре" бик күп балаларға файҙалы онлайн-осрашыуҙар бүләк итте.
Башҡорт телендә шағирә, яҙыусы, драматург, тәржемәсе Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) алып барған "Әкиәт яҙырға өйрәнәм" тигән авторлыҡ дәрестәренә Башҡортостандың бик күп райондарынан уҡыусы һәм уҡытыусылар, тәрбиәселәр, китапханасылар килә, яҙыусы ярҙамында әкиәт, ғөмүмән, проза әҫәрҙәре ижад итеү серҙәренә төшөнә.
Лилиә Ҡәйепова дәрес үткәреп, үҙе белгәндәрҙе һөйләп кенә ҡалмай, ә башҡортса әкиәт яҙғандарҙың ижадын халыҡҡа танытыу өсөн дә күп көс һала. Мәҫәлән, ул яҙыусылар Флүр Яхин, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Фәрхәд Ҡунафин, Фәйрүзә Фәтҡуллина, Гүзәл Ситдиҡова, Зөлфиә Күскилдиналарҙың әкиәттәре, китаптары менән таныштырҙы. Күптән түгел Фәрзәнә Аҡбулатова менән онлайн осрашыу ҙа ойошторҙо. Бында Баймаҡ, Ейәнсура, Өфө райондарынан бер нисә класс уҡыусылары бергә йыйылып ҡатнашты. Балалар әҙибәгә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы яңы китабы менән таныштырҙы, әкиәт уҡыны.
Сираттағы осрашыуҙарҙың береһенә Гүзәл Ситдиҡованың килеүе көтөлә.
Фото Л. Һаҡмарҙың шәхси архивынан.
Читайте нас: