Архангел районының Асҡын ауылында “Башҡортостан легендалары. Архангел районы” фестивале үтте. Ул Масленица байрамына арналды.
Сара ғаилә байрамы рәүешендә ойошторолдо. Йыйылған халыҡ рәхәтләнеп күңелле уйындарҙа, ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнашты, хороводта әйләнде, йырҙар йырланы. Фестивалдә ҡатнашыусылар, айырыуса балалар күңеленә ҡыңғырауҙар тағылған аттарҙа йөрөү оҡшаны. Теләгәндә һыбай ҙа йөрөй алды.
Әлбиттә, Масленица байрамы ҡоймаҡһыҙ үтмәй. Был юлы ла төрлө рецепттар буйынса бешерелгән ҡоймаҡтарҙы тәмләп ҡарау мөмкинлеге киң булды. Байрам аҙағында, боронғо йоланы үтәп, һалам ҡарасҡы яндырылды.
Шулай уҡ сара барышында Бөрөнән килгән уҡсылар сығыш яһаны. Улар тарихи реконструкция алымдарын ҡулланып, уҡ атыу буйынса күргәҙмә сығыштар тәҡдим итте.