Күптән түгел, 14 февралдә, билдәле йырсы, сәхнә йондоҙо Гүзәл Уразова һәм уның ире, йырсы Илдар Хәкимовтың тормоштарында иң бәхетле көндәренең береһен кисереүе, ғаиләлә дүртенсе сабыйҙары тыуыуы хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Әммә күп тә үтмәне, шул мәғлүм булды: бәләкәс Ариана кинәт сирләп китеп, әсә менән бала дауаханаға эләккән.
Мәғлүм булыуынса, йырсы социаль селтәрҙәрҙә бик әүҙем һәм популяр, Инстаграмда тормошо хаҡында көн дә тиерлек төрлө яҙмалар ҡалдыра, фотолар, видеолар ҡуя. Уның яңылыҡтарын 600 меңгә яҡын кеше уҡып бара.
Дауаханаға эләккәс иһә, Гүзәл Уразова социаль селтәрҙәге әүҙемлеген туҡтатып торҙо. Ошо ҡатмарлы көндәрҙең береһендә палатала төшөрөлгән яҙмала иһә йырсы дауаханала еңел түгеллеген хәбәр итте, әммә бала менән нимә булғанын әйтмәне. Йырсының ижадын үҙ итеүселәр бәпес өсөн уның менән бергә борсолоп, сәхифәһендә бихисап йылы һүҙҙәр ҡалдырҙы.
Бөгөн иһә Гүзәл Уразова социаль селтәрҙә ҡыуаныслы видеояҙма ҡалдырған: ниһайәт, уны һәм бәпесте дауахананан сығарғандар. Өйгә ҡайтып барышлай автомобилдә яҙҙырылған видеола йырсы бығаса дауахананың ишеге ҡайһы яҡтан асылып-ябылғанын да белмәгәнен, һаулыҡтан да ҙурыраҡ байлыҡ булмағанын белдерә һәм барлыҡ балаларға именлек-һаулыҡ теләй.
"Йылы һүҙҙәр яҙғанығыҙ, беҙҙең өсөн борсолғанығыҙ, доға-теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Дауахана юлын бер кемгә лә күрһәтмәһен", – ти сәхнә йондоҙо, күп балалы әсә.
Беҙ ҙә Гүзәл Уразоваға һәм уның бәпесенә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, Ариананың ауырымай ғына үҫеүен теләйбеҙ.
Фото: геройҙың шәхси видеоһынан скриншот.