Бөгөн билдәле журналист, йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина тыуған көнөн билдәләй.
Әлшәй районының Баязит ауылында тыуып үҫкән Нурия Насибулла ҡыҙының ижадын бик күптәр үҙ итә, уның йырҙарын башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары яратып башҡара. Шулай уҡ ул – фәһемле тапшырыуҙары, яғымлы тауышы менән радио тыңлаусыларҙың оло һөйөү-хөрмәтен ҡаҙанған журналист һәм диктор ҙа.
Һуңғы бер нисә йылда Нурия апай Абдуллина ауыр сир менән көрәшә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ул тормоштоң был һынауын көслө рухы, ныҡлы характеры, оло сабырлыҡ менән ҡабул итеп йәшәй, алдағы көндәргә яҡты өмөт-ышаныстар бағлай. Үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яратҡан тамашасыларын хәле, яңылыҡтары менән даими таныштырып бара. Эскерһеҙ уй-тойғолары, матур теләктәре, ихлас күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша, шуның менән күптәр күңеленә яҡтылыҡ, яҡшылыҡ өләшә, тормош һынауҙарына бирешмәҫкә өйрәтә.
Был тыуған көнөн ул Санкт-Петербургта ҡаршылай. “Мин әлегә Питерҙа. Тәүге, иң мөһим процедураны үттем, һөҙөмтәләр һуңыраҡ буласаҡ. 17-һендә тағы ла табипҡа күренәм. Унан инде өйгә. Питер гөрләп килгән яҙ, ямғырҙар, ҡояш, ҡоштар сырҡылдашыуы менән ҡаршы алды... Әммә март үҙенекен итә, бында ла бер аҙ һыуытты. Йырҙа йырланғанса: “Иң мөһиме – өй эсендәге мөхит, йылылыҡ...” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ә беҙ яратҡан йырсыбыҙ, композитор, журналист Нурия Абдуллинаны тыуған көнө менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел күтәренкелеге, рух ныҡлығы теләйбеҙ!
Фото: Н. Абдуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.