Бөгөн Өфөлә “Урал батыр мәктәбе”нең һөҙөмтәләре билдәле булды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Рух байрамы” тип аталған тантаналы сара үтте.
Баш ҡалаға “Урал батыр” эпосына бәйле конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, “Урал батыр мәктәбе”нең уҡыу программалары бойомға ашырылған милли мәктәптәр, балалар баҡсалары етәкселәре саҡырылды. Тыуған яғында әүҙем эш алып барған йәмәғәтселәр ҙә саранан ситтә ҡалманы.
“Урал батыр мәктәбе” үткән йылдың авгусында тормошҡа ашырыла башлағайны. Уны “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына ойошторҙо. Проект авторы – билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.
“Урал батыр мәктәбе”нә бихисап милли гимназия, лицей, балалар баҡсалары ҡушылды, республика ауылдарындағы әүҙем йәмәғәтселәр ҙә ситтә ҡалманы. Мәктәп эше эпос нигеҙендә ятҡан ҡиммәттәргә ярашлы йүнәлештәрҙән тора, әйтәйек, тәбиғәтте һаҡлау, изгелек ҡылыу, ярҙамсыллыҡ, сәләмәт тормош алып барыу. “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса мәктәптәрҙә фән өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар ойоштороу, онотолған геройҙар исемдәрен ҡайтарыу буйынса эш, эпос темаһына бәйле эссе һәм һүрәттәр конкурсы, тағы башҡа матур ғәмәлдәр башҡарылып килә. Ошо мәктәп аша Урал батырҙың халҡына еткергән изге өндәмәләре, васыяттары йәш быуын күңеленә һалына, яҡты киләсәккә әйҙәй.
Бөгөн иһә “Урал батыр мәктәбе”нең йомғаҡлау сараһы үтте. Уның беренсе өлөшө Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы. "Унда “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышыу, “Урал батыр” эпосы буйынса асыҡ дәрестәр ойошторолдо. Йомғаҡлау өлөшө иһә Милли йәштәр театрында уҙғарылды. Иҫ киткес рухлы тамаша булды, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова. – “Урал батыр мәктәбе”нең эше ун йүнәлешкә ҡоролған, бына ошо тарафта матур эштәр башҡарған милләттәштәребеҙҙе билдәләп бүләкләнек”.