Йәштәребеҙ “Театраль Волга буйы”на юллана

Башҡортостандан конкурстың быйылғы финалында ниндәй коллективтар ҡатнашасаҡ?

“Театраль Волга буйы” балалар һәм йәштәр коллективтары фестиваленең Башҡортостандағы еңеүселәре был ҙур проекттың йомғаҡлау өлөшөнә әҙерләнә.
Башҡортостандан быйылғы конкурс финалында ике коллектив - Салауат ҡалаһынан “Арлекин” өлгөлө театр-студияһы менән Бәләбәйҙән “Браво” театр-студияһы ҡатнаша. Финалға сыҡҡандар Ксения Драгунскаяның “Огурцы и другие пирожные” спектаклен, шулай уҡ Оскар Уайльд, Всеволод Мейерхольд, Юрий Бонди, Наталья менән Юрий Давыдовтар әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Алинур”ҙы тәҡдим итә.
Республикала үткән һайлап алыу турында 16 йәштәр һәм 25 балалар театры ҡатнашты, улар театр сәнғәтенең бар жанрҙарында ла эшләп күрһәтте.
Проекттың йомғаҡлау өлөшө мартта Ижевск ҡалаһында уҙғарыла.
2019 йылда был фестивалдә беҙҙең Межгорье ҡалаһының “Пауза” студияһы еңеп сыҡҡайны.
Фото: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас