“Баян-шоу” тигән афишаны уҡығанда, башта, баяндан ғына торған концерт буламы икән, тип аптырай биргәйнем. Була икән! Баян һәм уға ҡушылып йырлаусылар, баян көйөнә бейеүселәр һәм баянсылар менән шаярыусылар барҙа.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының концерты Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналһа ла, ғәмәлдә ул баян байрамы булды. Был музыка ҡоралының ни тиклем халыҡсан икәнен, беҙҙең көнкүрешкә лә, йәшәйешкә лә ингәнен хәтерләтте, уның менән күпме хисле, иҫтәлекле мәлдәребеҙ бәйләнгәнен дә күрһәтте беҙгә был кисәлә баянсылар.
Шоу нимәнән башлана? Уйламаған, көтөлмәгән ваҡиғанан. Өләсәй ейәне өсөн хәрби хеҙмәткә китеп бара. Ейәнем – музыкант, уға уҡырға кәрәк, ҡыҙҙар һөйөргә кәрәк, йәшлеген армияла әрәм итмәҫ инде, тип аңлата әбей ҡылығын. Ошо мәлдә залда ултырған ҡайһы берәүҙәр уйланып ҡалғандыр, тип уйлайым, юмор нигеҙһеҙ түгел бит. Бөгөнгө йәмғиәттең илһөйәрлеккә, ир-ат бурысына тап төшөрөү күренеше. Ә героинябыҙ был хәлде бер генә лә ғәйепләүһеҙ, хатта ки ихлас итеп бәйәнләй: “Ейәнемде ыҙалатмаһындар тип, тот та үҙем кит армияға. Дөрөҫөн әйткәндә, внук ҡасып йөрөй, тота алмайҙар. Мин бит һуғыш заманында йәшләй генә утын киҫкән, мал ҡараған кеше. Армия миңә шуртмы инде ул... Килһәм, бында минең һымаҡ әбейҙәр күп икән ул. Бынау мәрйәләре тулып йөрөй, вис внуктарын йәлләп килгәндәр. Нишауа былай, прәме һәйбәт ашаталар. Өйөп-өйөп һалып бирәләр. Икмәкте ярты буханка һалалар...”
Был монологты тыңлап көлөрһөң дә, һағайып та ҡалырһың. Армия проблемаһын, егет-еләндең ил хеҙмәтенән ялтаныуын, ата-әсәләрҙең уларҙы йәшереп алып ҡалыуын шулай юмор аша күтәреп сыҡты артистар. Бик уңышлы, көнүҙәк һәм сәпкә тура атылған сығыш булды.
Артабан генерал Хәмит Баянович, йәғни Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз баянсы, импровизатор, һәләтле музыка белгесе Хәлит Фәтихов етәкселегендәге филармония, Өфө генә түгел, республика кимәлендәге лә баян оҫталары бер гарнизонға “хеҙмәткә” йыйыла. Һәм был хәрби халыҡ араһында өлкәлә үткәрелә торған “Баян-шоу” бәйгеһенә һайлап алыу башлана.
Ғәҙәттә, бәйгегә һәр кем үҙ юлы менән килә бит инде. Кемдер намыҫлы рәүештә һәләтен ҡулланып, кемдер – туған-тыумасаһын һәм танышлығын эшкә ҡушып. Ә ҡайһы берәүҙәр хатта иң һуңғы сиккә лә барып ҡуя. Мәҫәлән, хәрби частың баш ашнаҡсыһы роленә ингән Әлфиә Юлсурина алып барыусы хәрбиҙәрҙе “ашатмау” менән янап үтеп китте конкурсҡа. “Табип” Лилиә Биктимерова, “уҡытыусы” Лилиә Ишемйәрова, Миңзифа Исҡужиналар һәр төрлө хәйлә уйлап тапты. Ҡатын-ҡыҙҙарға шундай хәйлә юлдары рөхсәт ителһә лә, И. Ғәзизов, З. Иҫәнсурин, С. Хәлилов, З. Басиров, Р. Шәрәфетдинов, А. Биксурин, Р. Ғәндәлипов, В. Сәйфетдинов, В. Ҡолдәүләтов, А. Туҡтағолов, Ф. Ғәниев һәм башҡаларға хәрби талаптарҙы тулыһынса үтәргә тура килде. Уларҙы әленән-әле генерал үҙе сығып тикшереп һәм халыҡ араһындағы комиссия ағзалары баһалап торҙо. Бында хатта Борай, Илеш районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы “призывниктары” ла булды һәм уларҙың баян моңо тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде.
“Баян-шоу”ға һайлап алыу шулай мажаралы, мауыҡтырғыс булып ҡайнап барҙы. Баянсылар ярышҡан арала алып барыусылар ҙа үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡланы, армияға килеп еткән өләсәй ҙә генералдың ҡатыны булып сығып, ейәне өсөн генерал һынлы генералды бер таҡтаға баҫтырҙы, бейеүселәр баян аҫтында бейеп, йырсылар йырлап ҡалды. Иң ахырҙа инде хәрби часть баянсылары шоуға үтеү генә түгел, был хәтлем һәләтле һәм ижади коллективты филармонияға ҡушып ҡуйҙылар.
Бына шундай шау-шыулы, күңелле концерттың төп идея-тематикаһы иһә илһөйәрлек, Тыуған илгә хеҙмәт итеү һәм Ватанды һәр һөнәр эйәһе лә яҡларға һәм һаҡларға тейеш, тигән фекерҙе нығытты. Тамашасы баянға ҡушылып йырланы ла, һикереп төшөп бейене лә был кистә. Әле шаршау ябылғас та аяғүрә алҡышлап, тамаша залын ҡалдырып китә алмай торҙолар. Ә баянсылар шаршау артында ла уйнаны ла уйнаны...