Күптән түгел “Китап” нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле яҙыусы һәм журналист, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысованың “Илһамлы яҙмыштар” тип аталған өр-яңы китабы донъя күрҙе. Ул, БР Милли әҙәбиәт музейынан тәҡдим ителгән проект булараҡ, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән республика Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында ҡатнашып, уның ярҙамында баҫылып сыҡты. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала китаптың исем туйы ла булды.
Йыйынтыҡҡа танылған шәхестәр тураһындағы яҙмалар тупланған. Проект етәксеһе, Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова билдәләүенсә, алда ла Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы менән башҡараһы эш бихисап. Был инде китаптың дауамы ла донъя күрер тигән ышаныс ҡалдыра.
“Илһамлы яҙмыштар”ға Г. Юнысованың республиканың күренекле әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре һәм хәҙерге көндә ижадтары менән китап уҡыусылар һәм йыр-моң, театр һөйөүселәрҙең күңелен яулаған шәхестәр тураһындағы публицистик әҫәрҙәре, улар менән әңгәмәләре тупланған. Йыйынтыҡта авторҙың үҙенең ижад юлын сағылдырған уйланыуҙары, интервьюлары, юлъяҙмалары ла бар.
Китап геройҙары араһында халҡыбыҙ өсөн яҡты маяҡ булып торорлоҡ исемдәр – Динис Бүләков, Рәшит Назаров, Зәйнәб Биишева, Шәриф Бикҡол, Сафуан Әлибаев, Мостай Кәрим, Әхиәр Хәким, Абдулхаҡ Игебаев, Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Розалия Солтангәрәева һәм башҡалар бар, шулай уҡ сәнғәт өлкәһенең билдәле әһелдәре – Роза Сәхәүетдинова, Азат Айытҡолов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Светлана Хәкимова, Гөлдәр Моратова, Илдар Ғүмәров һәм тағы бихисап шәхес.
“Геройҙарымдың уй-кисерештәрен, ижад үҙенсәлектәрен, кешелек сифаттарын асҡан һайын, илһамлы шәхестәрҙең фәһемле тормошо менән башҡаларҙы ла таныштырғым килде, – ти әҙибә үҙе был турала. – Геройҙарым – замандаштарыбыҙ өсөн генә түгел, киләһе быуындарға ла яҡты өлгө булырҙай яҙмышлы, ижади талантлы, көслө рухлы кешеләр, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары. Араларында йондоҙ һымаҡ балҡып, мәңгелек юлына киткәндәре лә бар. Улар хаҡындағы иҫтәлектәрем рухтарын шат итһен”.