Мәҙәни мираҫ объекттарына бәйле ниндәй үҙгәрештәр буласаҡ?

Өфөлә Волга буйы федераль округындағы мәҙәни объекттарҙы һаҡлау органдары етәкселәренең һәм белгестәренең семинар-кәңәшмәһе башланды.

Өфөлә Волга буйы федераль округындағы мәҙәни объекттарҙы һаҡлау органдары етәкселәренең һәм белгестәренең семинар-кәңәшмәһе башланды. Унда Волга буйы федераль округы Мәҙәниәт министрлығы идаралығы етәкселеге, округка ингән төбәктәр вәкилдәре, тарихи-мәҙәни мираҫ буйынса билдәле белгестәр ҡатнаша. Сара ике көн дауам итәсәк.
Кәңәшмәнең “Торатау” конгресс-холында үткән пленар өлөшөндә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, ҡулланыу, популярлаштырыу йәһәтенән федераль вәкәләттәр бирелгән төбәк органдарының Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының территориаль идаралыҡтары менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡаралды.
Форумды асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Башҡортостанда мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, ҡулланыу, популярлаштырыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
Был эште тәртипкә һалыу, системалаштырыу өсөн төбәктә вәкәләтле дәүләт органы – Башҡортостанда мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ ойошторолған. Был йәһәттән бихисап ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, уникаль археологик ҡомартҡы – “Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡая рәсемдәре”н ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫ исемлегенә индереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла.
Халыҡ-ара ойошманың шарттарына ярашлы, заман талаптарына яуап биргән тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлөшө тамамланып бара. Архитектура ҡомартҡыларын комплекслы реставрациялау һәм тарихи кварталдарҙы тергеҙеү йәһәтенән дә ҡайһы бер алымдар уңышлы һыналған. Һүҙ баш ҡалалағы “Арт-квадрат”, “ГИМ-үҙәк” проекттары хаҡында бара.
Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар секциялар эшендә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау йәһәтенән республикалағы тәжрибә менән танышты, тәжрибә уртаҡлашты.

"Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән яңы алымдар эҙләү 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү алдынан беҙҙең өсөн айырыуса көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Рәсәй Президенты Указы менән был юбилейға федераль статус бирелде. Баш ҡалабыҙҙа етди үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ, шул иҫәптән “иҫке Өфө”нөң архитектур йөҙөн тергеҙеүгә лә айырым иғтибар бүленәсәк. Дөйөм алғанда, беҙҙә мәҙәни мираҫты һаҡлау йәһәтенән ярайһы тәжрибә тупланған. Улар менән бүлешергә, яңы идеяларҙы ла ҡабул итергә әҙербеҙ", – тине Илшат Тажетдинов.
Семинар-кәңәшмәнең икенсе көнө Стәрлетамаҡта үтәсәк, тарихи биләмәләрҙә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау үҙенсәлектәренә бағышланасаҡ. Ике йыл рәттән Башҡортостан бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыуға иң яҡшы проекттар йәһәтенән Бөтә Рәсәй конкурсында алдынғы урында килә. Төбәк кимәлендәге тарихи биләмәләр исемлегенә Стәрлетамаҡ ҡалаһының, Николо-Березовка, Воскресенск, Йылайыр, Келәш, Верхотор, Темәс ауылдарының өлөштәре индерелгән.
Башҡортостанда 5702 мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан. Уларҙың 1873-ө Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестры исемлегенә индерелгән. Тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙың күбеһе Өфөлә урынлашҡан (882).
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас