"Минең исемем Салауат"

Бөгөн билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында фильм күрһәтелә.

Бөгөн Өфөләге “Родина“ кинотеатрында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһы академигы, билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында “Минең исемем Салауат” тип аталған документаль фильм күрһәтелә. Кино киске сәғәт 8-ҙә була, инеү бушлай.
Милләттәшебеҙ тураһындағы бик шәп йөкмәткеле фильмдың авторы - Гәүһәр Батталова, режиссеры - Әлфиә Арсланова, ҡуйыусы операторы - Урал Ғатауллин, композиторы - Илшат Хәлилов.
Салауат Щербаковтың яҙмышы бик үҙенсәлекле. Ул 1955 йылда Мәскәүҙә тыуған. Атаһы – Александр Щербаков (Дәүләтхажи Сиражетдин улы Ишкилдин) милләте буйынса башҡорт, Ырымбур өлкәһенән. Ул уҙған быуаттың 20-се йылдарында етем ҡалғас, балалар йортонда тәрбиәләнгән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, сапер булған.
Һуғыштан һуң Мәскәүҙәге электротехник техникумға уҡырға инә һәм баш ҡалала төпләнә. Бөйөк Еңеүгә ун йыл тулған йылда - 1955 йылда донъяға ауаз һалған улына милли геройыбыҙ Салауат исемен бирә. Һәм яңылышмай – Салауат Щербаков рухлы булып үҫә һәм билдәле скульптор булып китә.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас