Әсәй менән мәтрүшкәләр йыйҙыҡ,
Бар донъяны алды хуш еҫе.
Йырлай-йырлай йыйған шул мәтрүшкә –
Йәмле йәйҙең сағыу бер төҫө.
Көлә-көлә йүгерә бала сағым,
Ә ҡулында алһыу мәтрүшкә,
Шуға күрә, ахыры, йыйғанда ла
Мәтрүшкәләр, гүйә, көлөшә.
Уҙып бара, эйе, бала сағым,
Мөғжизә бит, әсәй ҡулындағы
Мәтрүшкәнең көләс ҡалыуы.
Мөхәббәттән дөрләй йөрәк:
Алина ӘХМӘТШИНА-СУРАҒОЛОВА,
Эйек буйҙарында балан уңған,
Тәлгәш-тәлгәш ярға бөгөлөп.
Ҡырауҙарға бирешмәгән улар
Нығынғандар көҙҙән һөйөлөп.
Һалҡын төшкән һайын ҡыҙаралар,
Һәр бер нурҙан йәшәү көсө ала,
Ҙур ҡыуаныс яңы атҡан таң.
Һылыу ҡыҙҙың һутлы иренеләй,
Уттай янып бешкән баландар.
Хисләнеп бер йөрөп ҡайттым әле
Ғинуарҙа күктән ямғыр яуа,
Шартлап торған һыуыҡ ҡайҙа ул?
Ҡыштар-яҙға, йәйҙәр-көҙгә оҡшаш,
Ахыры, бик ҙур гонаһ алғанбыҙ.
Ҡайҙа шаулап торған урман яна,
Сүллектәрҙә нишәп ҡарҙар яуа?
Йылы яҡтар туңа бурандан.
Тәбиғәт тә күреп, түҙеп-түҙеп
Әрнеүҙәргә түҙә алмайынса,
Өлөш бүлеп, ҡабат тарата.
Осһоҙланған Кешелеккә ҡарап
Эй һыҙланды бөгөн Асмандар:
Тыумай микән әллә был заманда
Күкрәктәрен йыртып асҡандар!?
Кешеләргә кеше дошман бөгөн,
Көслөләргә йәшәү хөрриәт.
Ата улын белмәй, инә - ҡыҙын,
Ҡиммәттәрҙең ҙуры - усҡа йомоп,
Сытырайтып күҙен йома әҙәм,
Үткәнендә, белә - тауҙар торған,
Йырлап аҡҡан шишмә, йылғалар.
(Ҡул һуҙғанда кеше һиҙмәгәндер,
Заманалар былай болғаныр...)
Иман юлы таҡырайҙы былай.
Тик яртыһы булыр монафиҡ.
Битен һыйпап, күккә баҡҡандарҙың
Яңғыҙ ҡалдыниһә – тән асыҡ.
Ни заманда ҡалды кешеләрҙең
Ни заманда ҡалды һипкел тиеп,
Ситтә бөгөн ҡояш эҙләй халыҡ.
(Үҙебеҙҙең Ҡояш эй талпынды,
Береһе бер кисә күрмәне).
Күкрәк йыртып йөрәк һоноусы юҡ.
Кеше бөгөн Ерен йыртҡыслай.
Ҡорбанының йылы ҡанын тойоп,
Нәфселәре аҙған йыртҡыстай.
Аҡтарылып ҡала арттарынан.
Буҙлап ҡына илай Ер – Әсә! -
Тәпәйеңде шуға йылыттыммы,
Туңһын өсөн минең күрәсәк?!
Яп - яланғас бөгөн бәғзеләрҙең
Күктәр бүләк иткән күңеле.
Төңөлмәгән Йыһан түгелә...
Төпкөл уйҙарымдың күрәм
Сағылышын һүҙеңдә.
Минең күңел тыныслығын
Йөрөтәһең үҙеңдә.
Ҡарашың менән көндәрҙең
Аҡлайһың ҡараларын.
Тауышың ғына ла имләй,
Күңелем яраларын.
Әмәлдәрен һин табырһың,
Дауаларым - ҡулыңда.
Бар бәхетем һинең өсөн
Көсһөҙ генә булыуҙа.
Кистәр етһә, күңел төпкөлөндә
Йә ҡыуанам юҡ-бар сәбәп табып,
Йә һағышҡа сумып, уйланам...
Әллә көндөҙ йондоҙ күрмәгәнгә,
Кистәр етһә, тыйып ҡына булмай,
Көндөҙ тоймағанды кисен тоям,
Һәр бер хәлдә - тәрән мәғәнә...
Көндәр, ахыры, хеҙмәт итеү өсөн,
Күңел өсөн тик шул мәл генә!
Ярай әле, серле кистәрем бар!
Килендәр бар, бергә сәйләргә...
Көлә-көлә, ҡайсаҡ һағышланып,
Быуындарҙы бергә бәйләргә...
Күңелдәрҙең моңон әйләргә...
Гармун тотһаң, моңға тула,
Атай гармун тартҡан саҡта
Рәхәт ине минең заман,
Яҙыша инек хаттар.
Ҡайтыр ине бөтә туған
Егеп һәр төрлө аттар.
Бөгөн бына етеш ғүмер,
Тик иғтибарҙан мәхрүм.
Эх, булмаҫҡа ине хәҙер
Балалар онотҡан мәрхүм.
Япраҡтарҙы күптән ел осортҡан:
"Үҙ йүнеңде, әйҙә, үҙең күр".
Тыуған тамырҙарһыҙ түҙерлекме -
Бер өҙөлгәс, тартып алды ер.
Ул, йүләрҙәр, донъя күрәм, тиеп,
Ысҡынғандыр, бәлки, оянан.
Кибеп, һарғайышҡас, хәле еткән
Балаларын яңғыҙ ҡалған ағас
Орошҡандай була, сайҡалып:
"Бәхетле лә була алырһыңмы,
Тыуған ерҙән ситтә йәм табып?"
Лилиә АЛТЫНҒУЖИНА (ҠАҺАРМАНОВА),