Тәнзилә Заһиҙулла ҡыҙы Туҡаева 1938 йылда Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында тыуған. Әлшәй районының Шафран ауыл хужалығы һәм Өфө педагогия училищеларын, артабан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт стажы – 53 йыл. Шуның һигеҙ йылын – ветеринария фельдшеры, 45-ен уҡытыусы булып эшләй. Шул дәүерҙә Өфөнөң 30-сы интернат-мәктәбендә һәм 1-се балалар йортонда, бик күп материал туплап, милли музей аса. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны шиғырҙар ижад итә, мәҡәләләр яҙа. Тәнзилә Туҡаеванан ижади күстәнәс тәҡдим итәбеҙ.
Шиғырҙарым – серле шишмәм
Шиғырҙарым – серле шишмәм,
Күпме моң, һағыштар булып,
Рәхмәт һиңә, серле шишмәм,
Тыуған илем, ерем – моң шишмәм
Үҫтергәнһең батыр егет, ҡыҙҙар,
Тыуған ерем, моңло йәншишмәм,
Мәңге һүнмәҫ моңдар булып
Морапталым, һинән мин китмәм.
Көйөргәҙе буйы бигерәк йәмле:
Шау сәскәләр күмә болондо,
Юшатырҡай тәнгә сихәт бирһә,
Йәнгә сихәт була ҡош моңо.
Бөҙрә талдарында һандуғасы,
Тағы ауылыма ҡайттым әле,
Һағ(ы)ныуыма түҙә алмағас.
Морапталдың Һаҙанлы күлендә
Бәпкә өйрәтәлер аҡ өйрәк,
Шул ерҙәрҙе уйлап, иҫкә алһаң,
Өҙөлөп китер кеүек был йөрәк.
Беҙҙең ата-баба киң ҡырҙарҙа
Бесән сабып, иген иккәндәр.
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләүҙәрҙә,
Ҡымыҙ эсеп, донъя көткәндәр.
Ауыл һүнмәҫ, киләсәге уның –
Тағы ла матур, булыр яҡтыраҡ,
Эшсән халҡым йәшәр ауылында,
Бай, муллыҡта, татыу, яҡшыраҡ.
Булып үткәндәрҙе һағынһаҡ та,
Төрлө тарафтарҙа беҙ булһаҡ та,
Йәнтөйәккә тоғро ҡалайыҡ.
Алыҫ-алыҫтарҙа йөрөһәк тә,
Ау(ы)лыбыҙға йышыраҡ ҡайтайыҡ.
Олатай-өләсәйҙән мираҫ булған
Тыуған төйәккәйҙе һаҡлайыҡ!
Ҡурай бит ул – башҡорттарҙың
Ысынлап та, серле бит ул,
Шул хазина моң, көй булып,
Шул саҡтар һис онотолмай,
Илкәйеңде данлап, ҙурлап,
Сылт(ы)рап аҡҡан шишмәләрҙә,
Һинән гелән көс-дәрт алам,