Иҫтәлекле сараны асып, бер төркөм сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, легендар артистың талантын үҙ итеүселәр уның Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы барельефына сәскәләр һалды. Бында театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов, балет труппаһының художество етәксеһе, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Элеонора Ҡыуатова, балет артистары, Р. Нуриев исемен йөрөткән Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре булды.