Фәриттең алдында торған ҡатын, аптека тәҙрәһенә эйелә биреберәк, ҡулындағы ҡағыҙына ҡарап алды ла: «Ноотропил бармы?» – тип һораны. Провизор ҡыҙ: «Бер минут», – тип компьютерына текәлде. Бер аҙҙан: «Бар, дүрт йөҙ һум», – тигән тауыш ишетелде. Ҡатын ауыр итеп көрһөнөп: «Бигерәк ҡиммәт икән, – тип ҡуйҙы. – Ә осһоҙораҡ шундай уҡ дарыу юҡмы?»
Былай ҙа ҡабаланған Хәнифтең түҙемлеге шартлап һынды. Киҫкен тауыш менән:
– Пирацетам алығыҙ, ханым! Кү-үпкә осһоҙораҡ! – тине.
Тертләп киткән ҡатын, өтәләнеп, «зинһар өсөн, ике ҡап пирацетам» тип һөйләнә-һөйләнә янсығынан аҡсаһын тартып сығара башланы.
Уф, ниһайәт, сираты етте ирҙең. Тауышы бойороҡ биргәндәй яңғыраны:
Иҫәпләшеп, тышҡа сығыуына тупһала теге ҡатын менән йөҙгә-йөҙ осрашты. Осрашты ла зәңгәр күлдәй күҙҙәр упҡынына осто… Ҡайҙандыр алыҫтан бәрхәттәй тауыш аҡланғандай ишетелде:
– Рәхмәт инде Һеҙгә. Дарыуҙар бигерәк ҡиммәт бит хәҙер. Ә улар көн дә кәрәк...