“18 март арҙаҡлы яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, академик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөрйән районының Почетлы гражданы, билдәле фольклорсы, тел белгесе, башҡорт халҡының бөйөк ир-азаматтарының береһе, күрә-күрә күсәм булып, һөйләй-һөйләй сәсән булған ысын тел оҫтаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында икенсе тапҡыр “Әхмәт әйтеше“ район сәсәндәр конкурсы уҙғарылды”, – тип хәбәр ителә Бөрйән районы хакимиәте сайтында.
Сараның мәртәбәһен арттырып, конкурсанттарға рух һәм дәрт өҫтәп, сәсәндәр бәйгеһендә Әхмәт Сөләймәновтың улы – Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, республиканың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов та ҡатнашҡан.
Конкурста райондың төрлө ауылдарынан 38 сәсән булып, һәр береһе тәүҙә эпос менән ҡобайыр һөйләй, аҙаҡ «Әхмәт әйтеше”ндә һүҙ тапҡырлығында ярыша. Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнгән.
Эпос һөйләүселәр араһында:
3-сө урын – Флүзә Әхмәтйәнова, Исламбай ауылы; Дилфүзә Билалова, Килдеғол ауылы;
2-се урын – Ғәбиҙә Туҡбаева, Кейекбай ауылы; Рәйфә Шәйхисламова, Ҡолғана ауылы;
1-се урын –Маһира Хәйбуллина, Исламбай ауылы.
Ҡобайыр һөйләүселәр араһында:
3-сө урын – Зөлфирә Айытбаева, Аҫҡар ауылы; Сәғит Алтынбаев, Байназар ауылы;
2-се урын –Зилә Хәйбуллина, Яуымбай ауылы; Алһыу Әхмәтова, Яңы Собханғол ауылы;
1-се урын – Миңзәлә Баймырҙина, Яңы Собханғол ауылы.
Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа түбәндәге ҡатнашыусылар билдәләп кителде:
– «Бөрйән ерлегендә тыуған эпосты башҡарыусылар» – Рәйес Ҡыуандыҡов менән Гүзәл Баймырҙина, Яңы Монасип ауылы;
– «Үҙенсәлекле башҡарыусы» – Филиә Күҫәпова, Иҫке Мөсәт ауылы;
– “Өмөт” – Нәзифә Билалова, Ғәҙелгәрәй ауылы;
– “Моңло сәсән” – Гөлүзә Шәмиғолова, Әбделмәмбәт ауылы.
Күп конкурсанттар Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәренә лайыҡ булды.
Конкурстың төп бәйгеһе – “Әхмәт әйтеше”ндә урындар түбәндәгесә билдәләнде:
3-сө урын Әлфиә Сәғитова, Ғәҙелгәрәй ауылы; Земфира Мәжитова, Яңы Усман ауылы;
2-се урын – Нәсимә Сәғитова, Яңы Монасип ауылы; Ғәлимә Әминева, Ғәлиәкбәр ауылы;
1-се урын – Рәүилә Баймырҙина, Тимер ауылы.
Конкурстың төп бүләге – Гран-при Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәзитовҡа тапшырылды! Уға Йәлил Сөләймәнов үҙенең картинаһын бүләк итте.
“Әхмәт әйтеше“ район сәсәндәр конкурсы күп яңы таланттар асты, – тип билдәләй ойоштороусылар. – Телебеҙҙең бай, үҙенсәлекле икәнен конкурста ҡатнашыусылар тағы берҙе иҫбатланы. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүҙә һәм киләсәк быуынға тапшырыуҙа сәсәндәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ”.