Бөтә донъя интернет селтәрендә, виртуаль тормошта ҡайнағанда, нәшерләнгән баҫмаларға иғтибар кәмегәндә, китапханаларҙың киләсәге бармы? Китап һөйөүселәрҙең ихтирамын яулау, уҡыусыларын юғалтмау өсөн улар бөгөн эште ниндәй йүнәлештә алып бара?
Саҡмағош үҙәк моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың башҡарған эштәре менән танышыу бөтә икеләнеүҙәрҙе юҡҡа сығарҙы. Әҙәбиәттең ҡәҙере баһалы, уның күп ғаиләләрҙә элеккесә көтөп алынған ҡунаҡ икәнен күреп һөйөндөк, хеҙмәткәрҙәрҙең китап таратып ҡына ултырмағанын, ә халыҡ араһында ни тиклем ҙур аңлатыу, күңел асыу, мәғлүмәт биреү, саралар үткәреү эшмәкәрлеген дә үҙ өҫтөнә алыуын асыҡ күрҙек. Йәмғиәт өсөн әһәмиәтле маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса планлы эш дәррәү дауам итә, хатта пандемия ла әллә ни ҡамасаулай алмаған. Шуларҙың бер нисәһе: “Башҡортостан – әҙәбиәт, мәҙәниәт, традициялар”, “Башҡортостан халыҡтарының берҙәм ғаиләһендә”, “Яҙмышта ҡатнашыу”, “Китапхана һәм йәштәр: киләсәккә китап менән…”
Саҡмағоштағы үҙәк китапханала электрон уҡыу залы, автоматлаштырылған эш урындары, Милли электрон китапханаға һәм башҡа мәғлүмәт ресурстарына тоташыу мөмкинлеге бар. Хәҙер ул үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ә төрлө учреждениелар – Мәҙәниәт йорттары, балалар сәнғәт мәктәптәре, ижад үҙәктәре, йәштәр бүлектәре, матбуғат баҫмалары менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләй. Яңы быуын китапханаһы зауыҡлы биҙәлеше, уҡыусы өсөн күп уңайлыҡтар булдырыуы менән дә айырыла.
Саҡмағош моделле китапханаһы директоры Рәсимә Балягова беҙҙе былтыр асылған, зауыҡ менән йыһазландырылған балалар моделле китапханаһы менән таныштырҙы. Рәсәй Президенты Грантына ойошторолған конкурста ҡатнашып, 497 мең һум аҡса алыуға өлгәшкәндәр. Китапхана телевизор, фотоаппарат, йомшаҡ ултырғыстар, дидактик материалдар, төрлө уйын ҡорамалдары алған. Июнь айында сенсор-библиотерапия бүлмәһен асыу тантанаһына ата-әсәләр балалары менән килгән.
– Кескәйҙәр беҙгә ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй, – ти баш китапханасы Илмира Хәмит ҡыҙы. – Ниндәй ғәмәл күңелдәренә яҡын – шуның менән шөғөлләнәләр: төҫлө буяуҙар менән һүрәт төшөрәләр, төрлө һындар әүәләйҙәр, гимнастика яһайҙар, йәнһүрәт ҡарайҙар, әкиәт уҡыйҙар… Бик күңелле хәҙер кескәйҙәр менән шөғөлләнеү. Әкиәт геройҙарының сағыу костюмдары ла бар, мауыҡтырғыс өҫтәл уйындары, иғтибарҙы йәлеп итерлек матур тышлы китаптар балаларҙы магниттай үҙенә тарта. Кемгә ниндәй рухи аҙыҡ кәрәк – беҙҙә барыһы ла етерлек.
Китапханасы Зөлфиә Ғәйнетдинова – бөтә ғүмерен тигәндәй яратҡан һөнәренә арнаған, ҙур тәжрибә туплаған белгес. “Элек бибколлекторҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек, халыҡтың һорауы буйынса ғаризалар бирә торғайныҡ. Ошо системаның бөтөрөлөүе арҡаһында хәҙер төрлө тармаҡҡа ҡағылған баҫмаларҙы алыу ҡыйынлаша. Китап фондыбыҙ ярайһы ғына ҙур – 56 мең дана. Уны төрлө тармаҡ эшмәкәрлеген үҙ эсенә алған баҫмалар менән дә тулыландыраһы ине”, – тигән теләген дә белдерҙе тәжрибәле китапханасы.
Саҡмағош китапханасыларының район тормошонда ҡайнап йәшәүенә миҫалдарҙы әллә ҡайҙан эҙләйһе лә түгел, һуңғы бер-ике йылда үткәргән сараларға ғына күҙ һалайыҡ. Хеҙмәткәрҙәр һуңғы йылдарҙа проект-грант эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән. 2018 йылда Рәсәй Президенты Грантына ойошторолған тәүге конкурста “А-фишка. Сенсор бүлмәһе элементтары менән мини-кинотеатр” проектын тәҡдим итеп ҡатнашалар.
Шулай уҡ Бөтә Рәсәй конкурсынан ситтә ҡалмайҙар. Үҙәк китапхана ойошторған “Игеҙәктәр-биҙәктәр”, “Ғаилә тормошо пазлы”, “Ғаилә ижады” һәм Сәскәләр байрамы әле лә саҡмағоштар күңелендә матур ваҡиға булып һаҡлана. Яҡташтары, яҙыусы Вәзих Исхаҡовтың ижады буйынса йыл да әҙәби конкурс ойоштороп, әҙиптең ҡыҙы, ғалим Венера Исхаҡова ҡатнашлығында йөкмәткеле саралар ҙа ойошторғандар.
Балалар моделле китапханаһының баш китапханасыһы Илмира Шафиҡова республика конкурсында аҡсалата премияға, ә китапханасы Алһыу Гәрәева үҙешмәкәрлек смотрында III дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Был дәртле, тынғыһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар “Эшкә – велосипедта” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға ла йөрьәт итә, районда үткәрелгән велопарадта күмәкләшеп ҡатнаша. Биләмәлә үткәрелгән бер байрам, һабантуйҙар, өмәләр, танылған шәхестәр юбилейҙары китапханалар ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.
Хәҙерге заман моделле китапханаһының яңы мөмкинлектәр бүләк иткән, асыштар донъяһы менән таң ҡалдырған идеялар сығанағы булыуына тамам ышандырҙы был сәфәр. Бынан тап йөҙ йыл элек Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында асылған беренсе китапханала 250 бөртөк китап халыҡ араһында аң-белем таратыуға хеҙмәт итһә, хәҙерге мөмкинлектәрҙән хатта баштар әйләнерлек! Бары ошо рухи байлыҡтан файҙаланырға өйрәнергә, аң-белем даирәһен байытырға ынтылырға ғына кәрәк. Саҡмағош үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре был йәһәттән күңелең теләгән аҙыҡты эҙләп табышырға мотлаҡ ярҙам итәсәк.