Билдәле ғалим үә яҙыусы – башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мирас Хәмзә улы ИҘЕЛБАЕВ менән башҡорт әҙәбиәте, бөгөнгө әҙәби тәнҡиткә ҡағылышлы әңгәмә күңелегеҙгә хуш килер, тип өмөтләнәбеҙ.
– Мирас Хәмзә улы, үҙегеҙҙе тәү сиратта кем тип тояһығыҙ – фән әһелеме, әллә әҙипме?
– Әҙип тип тойор инем дә, аспирантурала уҡығанда ла, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Башҡорт дәүләт университетында эшләгәндә лә вазифаларым күберәк фән менән бәйле булды, әҙәби ижадҡа ваҡыт әҙерәк ҡалды. Заманында профессиональ яҙыусыларға (СССР Яҙыусылар союзы ағзаларына) бер урында ла эшләмәйенсә, ижад менән генә шөғөлләнерлек форсат була торғайны. Шул саҡтағы кеүек, ике ҡулыңа бер эш менән генә шөғөлләнгәндә, күберәк яҙылыр ине. Ярай әле, мин һайлаған фән өлкәһе әҙәбиәт менән бәйле, шуға күрә уларҙың икеһе лә ҡәҙерле.
– Тап әҙәбиәт ғилеме өлкәһен һайлауға нимә этәргес булды?
– Йәш саҡта мөмкинлектәрең ифрат киң икән, тип күҙ алдыңа килтерәһең бит. Нимәгә тотонһаң да, атҡарып сыға алырһың һымаҡ. Студент йылдарында журналистика ҡыҙыҡһындырҙы. Ул саҡта филология факультетында журналистика бүлеге юҡ ине. Барыбер, вузды тамамлағас, Урал аръяғы зонаһында дүрт йыл Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләнем. Йәшәү урыны Сибайҙа ине, комсомолдың Сибай ҡала комитетына тәҡдим иткәйнеләр, унда ла ойоштороу бүлеге вазифаһын башҡарҙым. Бер заман Сибай тар һымаҡ була башлағанын тойоп, йәмәғәтем Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы менән Өфө тураһында уйлаша башланыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, уны “Совет Башҡортостаны” гәзитенә эшкә саҡырҙылар, мин инде ныҡлап фән тураһында уйландым. Ике тапҡыр тел ғилеме, бер тапҡыр этнография фәне буйынса аспирантура мөмкинлеге тыуа яҙып ҡуйҙы. Шулай ҙа Хоҙай ҡурсалағандыр, профессор Ғайса Хөсәйенов иң күңелгә ятҡан өлкәм – әҙәбиәт ғилеме буйынса аспирантураға саҡырҙы.
Әйтергә кәрәк, ул заманда вуздарға, ғилми ойошмаларға аспирантура Мәскәүҙән һирәк эләгә ине. Шуғалыр ҙа етәкселәр дәғүәселәрҙе алдан уҡ табып, билдәләп ҡуйырға тырыша ине. Быныһы Гөлфиәгә тәғәйенләнгәйне. Мин уҡып сыҡҡан саҡтағы мәктәп-интернат директоры Т.Х. Аслаев тиктомалға ниндәйҙер ғиллә менән Гөлфиәне лә, Ғайса Батыр улын да күндереп, миңә бирҙертте.
– Хәҙерге ваҡытта яңы әҫәрҙәргә, китаптарға ҡарата тәнҡит мәҡәләләре яҙыусылар һирәк. Нимә менән бәйле икән был – әҙәбиәт белгестәренә ҡытлыҡмы, әллә ҡыҙыҡһыныу юҡлығымы?
– Шөкөр, әҙәбиәт ғилеме белгестәренә ҡытлыҡ юҡ ул. Был өлкәгә йәштәр күп килә, йыл һайын беҙҙең университет советында ғына ла кәм тигәндә ике-өс диссертация яҡлана. Беҙҙең заманды иҫкә төшөрһәң, ике-өс йылға берәү ине. Шулай булғас, нимә менән бәйле? Иҫкә төшөрәйек, совет власы дәүерендә башҡорт яҙмаһы, әҙәбиәте Октябрь революцияһынан һуң ғына тыуған, тигән ҡарашты тылҡынылар. Революциянан алда әҙәбиәткә килгән ижадсыларҙың барыһы тиерлек золом ҡорбаны булды, Бөйөк Ватан һуғышында байтағы ятып ҡалды, һуғыштан һуң Яҙыусылар союзы ағзалары бармаҡ менән генә иҫәпләнә ине.
Хәтерләйем, уларҙың 1963 йылда үткәрелгән съезында иллеләп делегат ҡатнашты. Идара рәйесе Назар Нәжми докладында, өс көн буйы барған ултырыштарҙағы сығыштарҙа уларҙың береһе лә үҙ ижады тураһында һүҙ ишетмәй ҡалманы (уҡыусы булһам да, миңә ул съезда ҡатнашырға насип итте). Моғайын, үҙенә ҡарата тәнҡит һүҙе әйтелгән әҙиптәрҙең береһе лә үпкәләп, талашып йөрөмәгәндер. Һәр хәлдә, съездың үҙендә был хаҡта бер һүҙ ҙә ишетелмәне. Заманы шулай ине: халыҡ алдында яҙыусының абруйы ифрат ҙур, ә яҙыусы алдында – тәнҡитсенеке. Тәнҡитсенең тикшеренеү объекты күберәк әҙәбиәт теорияһына һәм конкрет яҙыусы ижадына ҡағылды.
Әлеге көндә инде әҙәбиәт ғилеме белгесенең өйрәнеү объекты үҙгәрҙе. ХХ быуаттың 70-се йылдарынан күп томлыҡ әҙәбиәт тарихын яҙыу башланғас, ғалимдарҙың күбеһе шул эшкә йәлеп ителде. Ә бит башҡорт әҙәбиәтенең сығанаҡтары дөйөм төрки һүҙ сәнғәтенән, Йәнәсәй, Орхон яҙмаларынан – V–VIII быуаттарҙан башлана. Улар иһә руник, Х быуаттан һуңғылары ғәрәп графикаһында ижад ителгән. Ә бөгөнгө әҙиптәребеҙ – Башҡортостан Яҙыусылар союзында ағза булып торған өс йөҙләп кеше үҙ әҫәренә баһа көтә. Әҙәбиәт тарихы, уның теорияһы, текстологияһы һәм башҡа мәсьәләләре менән шөғөлләнмәгән йәшерәк быуын тәнҡитселәре нисек өлгөрһөн? Шуға ла һеҙ яуап ишетергә теләгән һорау һуңғы йылдар съездарында йыш яңғырай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарих менән мәшғүл булған белгестәр хаҡында – ләм-мим. Өҫтәүенә, бөгөнгө тәнҡитсе менән яҙыусы араһында мөнәсәбәт үҙгәргәне лә һиҙелә. Бер кәлимә тәнҡит өсөн битәрләү һүҙе ишеткән авторҙың ҡабат был жанрға ҡулы барырмы? Әлбиттә, хәҙерге әҙәбиәтебеҙ, конкрет яҙыусылар ижады, уларҙың яңы сыҡҡан китаптары, бөгөнгө әҙәби процесс кеүек көнүҙәк күренештәр хаҡында төплө, объектив сығыш яһаған белгестәребеҙ ҙә әҙ түгел. Минең күҙәтеүемсә (бәлки, дөрөҫлөккә тап килмәйҙер), улары барыбер олораҡ быуын вәкилдәре.
– Һеҙ – әллә күпме ғилми хеҙмәт, фәнни мәҡәләләр авторы. Улар араһында үҙегеҙҙең иң ҙур ҡаҙанышығыҙ тип һанағандары бармы?
– Үҙ-үҙеңде баһалауға бәйле ауыр һорау бирҙегеҙ миңә. Был өлкәлә төп тикшеренеү йүнәлештәремде генә әйтеп бирә алам. Кандидатлыҡ диссертациям ХVIII быуат башҡорт әҙәбиәтенә һәм Салауат Юлаев ижадына арналғайны. Яҡлағас, милли батырыбыҙ шәхесе менән ентеклерәк ҡыҙыҡһынып, бер нисә китап сығарҙым, “Салауат Юлаев” энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнаштым, ундағы 900-ҙән ашыу мәҡәләнең 150-һе минеке. Докторлыҡ диссертацияһында авторлы ауыҙ-тел шиғриәте – йырауҙар, сәсәндәр тураһында һүҙ барҙы.
Башҡорт ерлегенә ҡағылышлы проблемаларҙы донъя кимәлендәге күренеш фонында бирергә тырыштым. Был турала “Боронғонан аманат” тигән монография һәм йырауҙар, сәсәндәр шиғриәтенең XIV быуаттан алып беҙҙең көндәргә килеп еткән тулы тексын сығарҙым – “Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт” тип атала. Студенттарға боронғо һәм урта быуаттар дөйөм төрки әҙәбиәте буйынса уҡылған лекциялар нигеҙендә яҙылған хеҙмәттәрем юғары уҡыу йорттары өсөн сығарған дәреслектәремдә, күп томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте”нең беренсе томында донъя күрҙе.
Быларҙан тыш, факультетта “Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” курсын алып барғайным. Әлбиттә, дәреслеген дә әҙерләмәй булмай. Төрлө йылдарҙа өс баҫмала сығарҙым. Донъя әҙәбиәте классикаһы контексында яҙылған мәҡәләләрем (авторлы ауыҙ-тел шиғриәте; боронғо һәм урта быуаттар дөйөм төрки әҙәбиәте) сит илдәрҙә – Англияла, Һиндостанда, Австрияла, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Эстонияла; “Авторская изустная поэзия в системе художественной словесности: на материале башкирской литературы” тигән монографиям Германияла донъя күрҙе.
– Әҙәбиәтебеҙ үҫешенең иң әүәл ваҡыттарҙан алып хәҙергә тиклем тарихын теүәл белгән ғалимыбыҙ башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген ниндәй итеп күҙаллай икән? Етмәһә, мәғлүмәтте башҡа сығанаҡтарҙан да күпләп алып була торған заманда китап уҡыусылар ҙа торған һайын кәмей бара...
– Эйе, интернет арҡаһында китаптың баһаһы төшөүе хаҡындағы фекерҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра. Ошо айҡанлы бер ваҡиға хәтергә уйылып ҡалған. Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге гимназияһында практика үткән студенттарым янына килдем. Дәрестәр менән бергә кластан тыш сараларҙы ла ҡарайым. Шуларҙың береһе – балалар мәктәп тормошоноң төрлө яҡлы – ыңғай һәм сетерекле яҡтарын асҡан инсценировка ҡуя. Мәктәп директоры, уҡытыусылар, тәрбиәселәр ролендә – юғары класс уҡыусылары.
Бер бала, директорға мөрәжәғәт итеп, мәктәп китапханаһын байытыуҙы һорай. Директор: “Байытыу нимәгә кәрәк? Ана, интернеттан эҙлә!” – тип яуап бирә. Ысын директор был тамашаны ҡарап ултыра. Уҡыусы уға тиҙ генә күҙ ташлап ала ла: “Директорҙың китапханаға бындай мөнәсәбәте булған мәктәптә мин уҡымаҫ инем!” – тип ысҡындыра. Тимәк, хәлдәр бөтөнләй үк ҡотолғоһоҙ түгел икән әле, тип уйлап ҡуйҙым.
Бөгөн ҡулынан китап төшөрмәгәндәрҙе – олоһон да, кесеһен дә йыш күрәбеҙ. Минең ейәнем дә шулар араһында. Әммә, нисек кенә булмаһын, интернет заманында йәшәйбеҙ. Уның ыңғай яҡтары һанап бөткөһөҙ. Ниндәйҙер өлкә менән ҡыҙыҡһынған йәш кеше үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте һемереп эсә. Шул иҫәптән, әҙәбиәтте яратҡан уҡыусы әҫәрҙәрҙе лә интернеттан, хатта кеҫә телефонынан уҡый. Күҙе генә йәл. Ҡалғандарыныҡы ла йәл түгелме ни?
Бындай шарттарҙа мәктәп йәшендәге быуынға дөрөҫ йүнәлеш биреүҙә уҡытыусының роле ифрат ҙур, тип уйлайым. Ул әҙәбиәт дәрестәрен ғәжәп мауыҡтырғыс, уҡыусының йөрәгенә үтеп инерлек үткәрә икән, бала нимәне һайлар? Көн кеүек асыҡ.
Республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы ойошторған сараларҙа ундай педагогтарҙы күп күрҙем. Улар йәш быуынға, киләсәккә үҙ һөнәрен һайлағанда, кәрәкле сығанаҡтар табыу буйынса файҙалы кәңәштәрен дә бирә ала. Лев Толстойҙың дүрт китаптан торған “Война и мир” романын телефондан уҡып бөтөү мөмкин түгел. Күҙ генә түгел, бүтән сәбәптәр арҡаһында ла интернетты ҡуллана алмағандар әҙме ни? Шуға күрә китапханаларҙа төрлө өлкәләргә ҡағылышлы сығанаҡтар мотлаҡ булырға тейештер ул. Уҡыу йортомо, бүтән төрлө ойошмамы – хужаһы ошо хаҡта хәстәрлек күрмәгән урында мин дә уҡымаҫ, эшләмәҫ инем.
– Бәлки, ошо мәлдә беҙҙең әңгәмәне буласаҡ әҙәбиәт белгесе йәки ошо өлкәнең юл башында торған берәү уҡыйҙыр. Һөнәрсе булараҡ, өйрәнсектәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Үҙҙәре ғүмерлеккә һайлаған һөнәренең серҙәренә мөмкин тиклем тәрәнерәк үтеп инерҙәренә ышанып, уңыштар теләр инем.
– Артабанғы һорауҙарға ҡыҫҡа ғына яуаптар ишетке килер ине. Һеҙҙең тәүге уңышығыҙ?
– Тәүге булғас, дүрт-биш йәштә хәреф танып, китаптар уҡый башлауымдыр.
– Иң яратҡан әҙәби әҫәрегеҙ?
– Юғары художестволы кимәлдә ижад ителгән бөтә әҫәрҙәр. Шул юҫыҡтан ҡарағанда, Сыңғыҙ Айытматовтың һәр китабын көтөп алып уҡыным.
– (Көлә – авт.).Ошоға тиклем девиз тураһында уйламағайным бит әле. Инде уйланырмынмы икән?..
– Тормошта Һеҙгә нимә ҡамасаулай, ә нимә ярҙам итә?
– Ҡамасаулағаны – үҙемдең етешһеҙлектәр; ярҙам иткәне – ғаиләмдең, яҡындарымдың миңә өмөтө, ышанысы.
– Үҙегеҙҙе ниндәй ике-өс һүҙ менән генә ҡылыҡһырлар инегеҙ?
– Әҙәм балаһы бит инде мин. Кешегә, кешелеккә хас бер ни ҙә ят түгел.
– Тормошта иң ауыры нимә тип иҫәпләйһегеҙ?
– Үҙеңде еңә алмай аҙапланыу.
– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!