Тәңре өрөк ҡапҡанда тыуған яҙыусы

Комфорт зонаһынан ситтә...

Сәнғәттең һәм әҙәбиәттең һәр дәүерҙә лә классик өлгөләргә тоғролоғо бәхәсһеҙ һаналһа ла, һәр заман ижадсылары уларға үҙенең биҙәктәрен индерә, байыта килә. Байытып ҡына ҡалмай, теге йәки был ижадсының, әйтәйек, авангардизмға йә символизмға, тағы ла ниндәйҙер “изм”ға ҡоролған әҫәре артабанғы үҫешкә төп нигеҙ булып китә. Блок менән Маяковскийҙың совет осоро шиғриәтенә йоғонтоһо иҫ киткес ҙур булған. Был йәһәттән ХХ быуаттағы тағы ла бер нисә исемгә туҡталып үтәйек. Әйтәйек, Казимир Малевичтың “Ҡара квадрат”ы һынлы сәнғәт донъяһында революцияға тиң күренеш була һәм әле булһын шулай атала. Ниндәй генә баһа бирмәйҙәр уға: “Идеялар көрсөгө”, “Тоталь бушлыҡ”, “Үлемгә ҡапҡа”, “Шарлатанлыҡ”, “Йөкмәткенән баш тартыу...”, “Сәнғәттәге бунт” һ.б. Белгестәр “Ҡара квадрат”ҡа меңдәрсә атама барлығы хаҡында яҙа.


Ижадсының асылы


Әҙәбиәткә килгәндә, Сыңғыҙ Айыт­матов­тың реализм менән фан­тастика арауығын сағылдырған романдары, Владимир Высоцкий менән Виктор Цойҙың бөтә ҡалып­тарҙы емергән шиғырҙары һәм йырҙары, Андрей Вознесенскийҙың видеомаларҙан торған шиғриәте һ.б.
Халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин менән оҫтаханала бер һөйләшеп улты­рырға насип булды. Мин унан төрлө стилдә һүрәттәр эшләгән йәш рәс­самдар Йәлил Сөләймәновтың, Әмир Мәжитовтың, Хәтип Фазылов­тың, өлкәнерәк быуындан Дамир Ишемғоловтың, Фәрит Ерғәлиевтең эштәренә мөнәсәбәтен белдереүен һораным. “Мин улар һымаҡ эшләй алмайым, көнләшәм һәм һоҡла­нам”, – тине ул саҡта мәшһүр рәс­сам. Роберт Юлдашев, ҡурай ме­нән барабандың органик башҡары­лышын табып, ҡурайыбыҙҙың барабан һымаҡ уҡ иң боронғо музыка ҡоралы булыуын иҫбат итеп, уны һәр милләт кешеһенең күңеленә үткәреп, за­манса яңғыратты. Улар­ҙан һуң барлыҡҡа килгән “Арғымаҡ” төркөмө лә халҡыбыҙҙың күңел донъяһында үҙҙәренә генә хас яңғы­рашын тапты. Үткән быуаттың аҙағында “Сая” төркөмө лә үҙенсә­лекле сығышы менән халыҡ һөйө­үенә лайыҡ булды. Бөгөн Радик Юлъяҡшин менән Зәйнитдин – сәхнә түрендә.
Үткән быуатта классик әҙәбиәте­беҙҙә иң юғары өлгөләр ижад иткән яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәре миллә­тебеҙ рухиәтенең Алтын фон­дын тәшкил итә. Бында исемдәргә туҡ­талһаҡ, үҙенә айырым бер мәҡәлә талап ителер, шуға күрә мәсьәләгә шулайыраҡ киләйек: һынлы сән­ғәттә, сәхнәлә “комфорттан ситкә сығыу” күҙәтелгәндә, әҙәбиәт классик формала ғына йәшәй аламы? Юҡ, әлбиттә. Был, берҙән, заман ағышы үҙгәре­үенең талабы, икен­сенән, киләсәктә классик әҙәбиәтте туған телебеҙҙә уҡыусыларҙы әҙер­ләү талабы. “Иң тәүҙә һүҙ булған” тигән­дән сығып ҡарағанда, был талап – мөһим­дәрҙең-мөһиме. Үҙе лә комфорт зонаһынан сығып, парадоксаль шиғырҙар ижад итте Буранбай Исҡужин. Үкенескә ҡаршы, яҙмы­шы ла парадокстарҙан торҙо. Ғилман Ишкинин ямаулыҡтары, Азамат Юлдашбаев мәлъяҙма­лары бигерәк тә йәштәрҙе башҡорт шиғриәтенә ылыҡтырҙы. Салауат Әбүзәр, хыялый геройынан самолет эшләтеп, театр сәхнәләрендә һандуғас һайратты. “Ҡытайго­род”ы менән Әмир Әминев ысынбарлығы­быҙға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡаратты.
Тәңре өрөк ҡапҡанда тыуған Мө­нир Ҡунафин, кайнозой дәүе­ренең ҡартайған ҡояшы аҫтында соҡорға төшөп ултырып, инстинкты ярҙамында диңгеҙҙә аттар йөҙөп барғанын, бала тараҡандың мыйыҡ уйнат­ҡанын күҙ алдына килтереп, геройҙарын комфорт зонаһынан сығарып, уҡыусыларын тормошҡа башҡа төрлө ҡарарға мәжбүр итә. Өйрәнелгән, ҡалыпҡа һалынған тормошта йәшәүе рәхәт, әммә унда шул тиклем күңелһеҙ. Комфорт зонаһында шәхес үҫеше нулгә ти­геҙ. Кеше, унда өйрәнелгән ғәмәл­дәр һәм хәрәкәттәр башҡарып, шул зонаһындағы шарттарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән генә йәшәй. Быйыл март айында елле ил­леһен тул­тырған яҙыусы Мөнир Ҡунафин хаҡындағы мәҡәләнең башы оҙон-оҙаҡҡа һуҙылыуын лирик сигенеү тип ҡабул итмәгеҙ, зинһар, был өлөш уның ижадын заманға ярашлы бар тәрәнлегендә аңлар өсөн кәрәк. Хәйер, геройҙа­рын тормоштоң “комфорт зонаһы”­нан ситкә сығарып һынаусы ижадсының асылы хаҡында ла шулай уҡ ул зонанан ситкә сыҡ­ма­йынса ғына фекер йөрөтөп тә булмайҙыр ул.


Соҡор эсендәге Кайнозой


Әҙәбиәт белгестәре шағирҙар прозаһы­ның үҙенсәлеге хаҡында йыш яҙа. Проза маһиры Мөнир Ҡунафин әҙәбиәт донъяһын­дағы тәүге аҙымдарын шиғриәт яланында яһаны. Яһап ҡына ҡалманы, ике шиғыр китабы ла (“Шундай мәлем”, 2001, “Ғүмер ти­гән­дәре”, 2005) сығарҙы. Драма әҫәрҙәре лә, республикабыҙ театрҙарында ҡу­йылып, тамашасы тарафынан йы­лы ҡабул ителде. Ҡыҫҡаһы, ул һәр жанрҙа ла уңышлы эшләй, кинәйә менән әйткәндә, урып-һуғып елгә­реү­се, үҙе тейәп ебәреүсе “комбайн”.
Яҙыусының драма, проза әҫәр­ҙәренең тел-стиль йәһәтенән үҙен­сәлекле бәйәнгә, символик образға, ҡанатлы сағыштырыу­ҙарға, мауыҡ­тырғыс һүрәтләүгә, мажаралы кинәйәгә ҡоролоуы шағирлығынан килгәнлеге күренеп тора. “Ҡайҙа барһаң да, эйәрә шул һинең ҡара һаҡалың” тиҙәр бындай осраҡта. Символика йәһәтенән яҙыусының хикәйә-повестарының айырым өлөштәре генә түгел, ҡайһылары­ның тотош сюжеты “ҡыйыш атып тура тейгеҙеүгә”, йәғни әйтергә, һүрәтләргә теләгәненең бөтөнләй башҡаса булыуына ҡайтып ҡала. Шағир теле менән яҙылған проза ябай ғына проза ла түгел, поэма кеүек тә ҡабул ителә.
Сифати үҙгәреш булһын өсөн ике ҡапма-ҡаршылыҡлы донъя арауы­ғында торғанда, әҙәм балаһының тәүбәгә килеүе талап ителә. Бер дин әһеле: “Хоҙайға тыумыштан динле, итә­ғәтле кешегә ҡара­ғанда, утты-һыу­ҙы кисеп, еҙ торбалар аша үтеп, тәүбәгә килгәне ҡыҙығыраҡ”, – тигә­нерәк фекер әйткәйне. Бә­хәс­ле фекер, шулай ҙа Мөнир Ҡунафин­дың повесть-хикәйәләрен уҡыған саҡта был йәһәттән тағы ла тәрән­гә­рәк төшөп уйлана башлайһың.
Яҙыусы, һәр әҫәрендә тиерлек, геройҙа­рын “комфорт зонаһы”нан ситкә сығара ла уларҙы ике ҡапма-ҡаршылыҡлы донъя араһына: йәшәү менән үлем, ожмах менән тамуҡ, мөхәббәт менән нәфрәт, йылы менән һыуыҡ, аҡ менән ҡара, ай менән ҡояш, аҡыл менән хис, ысынбарлыҡ менән хыял араһына ҡуя. Тағы ла шуныһы: геройҙары комфорт зонаһына, рәхәтлек төйә­генә кире ҡайтырға ла, йә булмаһа, комфорт зонаһын иркенәй­теп, “ләззәт империяһы” төҙөргә лә ынтылмай, ә үҙенең атай-олатайҙары рухына, милли булмышына тоғро­лоҡ юлын һайлай. Шуның ярҙамын­да һәләкәттән ҡотолоп ҡала ла.
Авторҙың “Йөҙөп барған, ти, аттар диң­геҙҙә...” повесы тап шул хаҡта. Бахмур синдромының һуңғы сигенә барып еткән Шамилдың күҙ алдына аттарҙың диңгеҙҙә йөҙөп барыуы килә. Берәм-берәм диңгеҙ эсенә инеп юғалған аттар тигәне үҙенең халҡы икән дә. Повесть геройҙары Фәнил, Шамил һәм Рә­үеф аттарҙы ҡотҡарыуҙың сараһын үҙҙәрендә таба, йәғни эскелек йо­ғонтоһонан ҡотола. Баҡтиһәң, халҡыңды ҡотҡарыуҙың сара-юлы һәр кемдең үҙен үҙгәртеүҙән, тәүбәгә килеүҙән башлана икән.
Мөнирҙең “Кайнозой” менән “Соҡор” хикәйәләре геройҙары ла үтә ике донъя араһындағы әмәл­һеҙлек һынауын. Тәүгеһен­дә туҡ­тау­һыҙ эсеүе һөҙөмтәһендә йәшәү­ҙән ваз кискән Азат-Кайнозой имән ботағына аҫылынам тигән мәлдә үҙенә ташланып йолҡҡоларға әҙер бүреләрҙе күреп ҡала һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйынан баш тарта.
Икенсе хикәйә геройы Зөбәйер уйлама­ғанда-көтмәгәндә сығып булмаҫлыҡ соҡор эсенә ҡолап тө­шә. Азат менән Зөбәйер яҙмышы­ның уртаҡлығы шунда: улар икеһе лә тәүгеһе үҙе теләп, икенсеһе көтмәгәндә упҡын сигенә килеп терәлә. Баҡтиһәң, һәр ҡайһыбыҙ илебеҙ-ниебеҙ менән имән башында һәм соҡор эсендә ултырабыҙ икән.


Ҡырмыҫҡа хаҡына Сөләймән...


Ваҡытлы матбуғатта хеҙмәт иткәндә баш мөхәррирҙәрҙән уң­дым, әйтәгүр. Уларҙың һәр ҡайһы­һы туған телебеҙҙәге баҫманы уҡымлы итеү, уны таратыу йәһәте­нән оло фиҙакәрлек күрһәтте һәм күрһәтә. “Ағиҙел”дә милләтебеҙ аҡһаҡалы Булат Рафиҡов баш мөхәррир саҡта эшләү бәхете тейҙе. Журнал йөкмәткеһендәге ыңғай үҙгәрештәр генә түгел, республикабыҙҙағы яңырыу осоро булды ул йылдар. “Шоңҡар” журна­лының тәүге һандарын сығарғанда, офисыбыҙ ҙа, аҡсабыҙ ҙа, ҡағы­ҙыбыҙ ҙа булмаған саҡта баш мөхәррир Таңһылыу Ҡарамыше­ваның фатиры тәүге офисыбыҙға әүерелде.
“Киске Өфө” гәзитенең баш мө­хәррире Гөлфиә Янбаева, барлыҡ техник эштәрҙе, матбуғатҡа яҙы­лыуҙы ойоштороу мәшәҡәт­тәрен үҙ өҫтөнә алып, ижади эш шарты тыуҙырҙы. Йәнә “Ағиҙел”гә эшкә ҡайтҡас, баш мөхәррир булып эшләгән Әмир Әминев баҫманы уҡымлы итеүгә йүнәлдерелгән һәр идеяны күтәреп алды, шул уҡ ваҡытта традицияларҙы һаҡлап ҡалды. “Башҡортос­тан” гәзитендә үҙ хәбәрсе, баш мөхәррир булараҡ оло тәжрибә туплаған Рәлиф Кин­йәбаев журналдың тиражын һаҡ­лауҙа, йөкмәткеһен йәнләндереүҙә фиҙакәрлек күрһәтте.
Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәре етәкселек иткән матбуғат баҫмаһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулынан килгән­дең барыһын да эшләне, улар хаҡында тағы ла бик күпте яҙырға булыр ине. Был һүҙем “Ағиҙел”дең хәҙерге баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин хаҡында. “Йәшлек” гәзи­тендә, унан һуң “Шоңҡар” журналында быуынын нығытҡан, тәжрибә туплаған ҡәләмдәшемдең фәҡәт ошо мәлдә әҙәбиәтебеҙ йылъяҙ­маһы, милләтебеҙҙең күңел донъя­һының көҙгөһө булған “Ағиҙел”гә баш мөхәррир булып килеүен, яҙыусының үҙе әйткәнсә, Тәңре өрөк ҡапҡан мәлгә тап килеүе тип баһаларға булалыр. Хикәйәлә Зөләйха был мәлгә түбәндәгесә баһа бирә: “Тәңре, үҙе һәр йән эйәһенең ғүмерен танып, яҙмыш мөһөрөн һала икән. Бер бәхетлегә бер бәхетһеҙ, бер бәхетһеҙгә бер бәхетле, тип. Ауыҙына өрөк ҡапҡан сағындамы, бер бәхетлегә бер бәхетле, тип яңылышып та китә, ти...” Яңылышмайҙыр Хоҙай, үҙе­нең һәр бәндәһен кәрәкле сағында кәрәкле урынға алып киләлер. Улай ғына ла түгел, тап шул мәлдә кәрәк кешене донъяға тыуҙыралыр. Һәр хәлдә, мин Мөнирҙе Тәңре өрөк ҡапҡанда тыуғандыр, тим.
Журналды уҡымлы итеү – бер ғәмәл, ә бына уҡыусыларын һаҡлап ҡалыу тағы ла ауырыраҡ. Бигерәк тә хәҙерге интернет заманында. Мөнир беҙгә килгәс тә, иң тәүҙә 1923 йылдан, йәғни “Ағиҙел” журналы сыға башлағандан һаҡланып килгән тышлыҡ һәм биҙәлеш, йөкмәтке ҡалыптарын үҙгәртеүгә, яңыртыуға йүнәлеш бирҙе. Өҫтәүе­нә, тәжрибә рәүешендә ике махсус һан сығарып өлгөрҙөк. Яҙыусы Ғәлим Хисамовтың “Президент Рә­хи­мов” тигән романын журналдың айырым бер һанында баҫыу, махсус хикәйәләрҙән генә торған һан сығарыу уҡыусыларҙың һәм йәмә­ғәт­селектең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Һөҙөмтәлә был ике һанды хәҙер көндөҙ шәп яндырып эҙләһәң дә, табып булмай. Итексе итекһеҙ, тигәндәй, үҙебеҙ ҙә журналһыҙ ҡалдыҡ. Өҫтәмә тираж менән баҫылған даналар ҙа һыуға һеңгәндәй таралып бөттө. Иң мөһиме, ҡасандыр, йәш сағында, балалыҡ мәлендә журналды яратып уҡыусылар уның барлығын иҫенә төшөрҙө. Хатта редакцияға шылтыратып: “Ағиҙел” һаман да сығамы ни, уның шул-шул һанда­рын табып булмаймы?” – тип әйтеүселәр ҙә булды. Ҡасандыр райкомдарҙың беренсе секретарҙа­ры, хакимиәт башлыҡтары булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда булыусылар, редакциябыҙға килеп, шул һандарҙы эҙләп йөрөнө.
Быларҙың барыһының да нигеҙендә баш мөхәррирҙең журнал юҫығын, әҫәрҙәрендәге кеүек, “комфортлы зона”нан сығарыуға йүнәлтелгән тәүәккәллеге ята. Иң һөйөндөргәне: журналыбыҙға почта аша яҙылыусылар һиҙелерлек артты. Махсус һандар сығарыуҙы артабан да дауам итербеҙ, тип торабыҙ.
Сөләймән пәйғәмбәр хаҡында шундай риүәйәт бар. Ул үҙенең йөҙәр меңлек ғәскәрен ерҙән дә, һауала осҡос балаҫына ултыртып та походҡа йөрөгән. Сираттағы хәрби сәйәхәтенә сыҡҡас, уға үҙ ғаиләһенең хәстәре менән булған бер ҡырмыҫҡа осраған. Сөләймән уйға ҡалған: әгәр ҙә ғәскәрен балаҫына ултыртып артабан китһә, ҡояшты ҡаплаясаҡ та, ҡырмыҫ­ҡаның ғаиләһенә төн, ерҙән китһә, уның төйәге саңдауға әйләнәсәк. Кемгәлер бәхетһеҙлек килтергән сәйәхәтенән баш тартып, Сөләймән ғәскәрен кире борған.
Етәксе булараҡ Мөнир һәр коллектив ағзаһына, уның хатта үҙе иғтибар бирмәгән бәләкәй генә проблемаһына ла оло диҡҡәтле, иғтибарлы. Был сифаты уның әҫәрҙәренең һәр бер деталенә мөнәсәбәтле, иғтибарлы булыуына тиң. Тормошта ла, ижадта ла ошо сифаты уны ташламаһын...
Читайте нас