Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ошо өлкә хеҙмәт алдынғыларын ҡотланы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ошо өлкә хеҙмәт алдынғыларын ҡотланы.
Былтыр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгәйне. Барлыҡ мәҙәниәт ойошмалары ошо сараны һәр йәһәттән матур үткәреү өсөн барлыҡ көсөн һалды. Пандемия булһа ла, был мөһим байрам яҡшы билдәләнде. Ошо еңел булмаған осорҙа ирекмән булған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә республика Башлығы Радий Хәбиров рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн дәүләт наградаларына лайыҡ булғандар тураһында ла Радий Фәрит улы йылы һүҙҙәр әйтте. “Фән Вәлихмәтов – башҡорт һәм татар эстрадаһының ысын легендаһы. Ошо билдәле артист сәхнәлә саҡта күңел ҡыуана”, – тине республика Башлығы. Башҡортостан Республикаһы Указдары менән Фән Вәлиәхмәтов, тағы Ғафури район мәҙәниәт йортона ҡараған “Уҡлы” халыҡ ансамбле етәксеһе Рәмил Ғимранов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Фәрит Иҙрисов, рәссам-скульптор Өлфәт Ҡобағошов һәм Милли әҙәбиәт директоры Гөлдәр Моратова “Салауат Юлаев” ордены менән наградланды. Әйткәндәй, Гөлдәр Сабит ҡыҙы иртәгә матур юбилейын – 70 йәшен билдәләйәсәк.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығының бүлек мөдире – баш бухгалтер Резеда Ғәзизоваға, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле баш хормейстры Эльвира Ғәйфуллинаға, Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры генераль директоры Артур Нәзиуллинға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Бер төркөм мәҙәниәт алдынғыларына “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән мәртәбәле исем бирелде. Улар араһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Йәмил Әбделмәнов, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Раян Алтыншин бар ине. Раян Алтыншин ошондай мәртәбәле баһалауҙары өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе һәм Радий Фәрит улына үҙенсәлекле бүләк яһаны: иртәгә буласаҡ тыуған көнө айҡанлы башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Ошондай уҡ исемгә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе драма артисы Фәим Әхмәтйәнов, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Сәғиҙулла Баййегет, ошо уҡ театрҙың артисткаһы Алһыу Бәхтиева, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Рушан Биктимеров, “Башҡортостан татарҙары конгресы” төбәк ижтимағи ойошмаһы ағзаһы Лина Гәрәева, “Шәхси эшҡыуар Әлфинур Закир ҡыҙы Ғиззәтуллина” микропредприятиеһы директорының ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рөстәм Ғиззәтуллин, Салауат дәүләт башҡорт драма театры артисы Фәтих Ҡолһарин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры баш дирижеры Артем Макаров, “Нур” Өфө дәүләт татар театры артисткаһы Гөлназ Мөхәмәҙиева, “Әнүәр Нурғәлиев” театр-студияһы директоры Әнүәр Нурғәлиев һәм “Юлдаш” мәғлүмәт-музыка каналының “Яңылыҡтар” бүлеге тапшырыуы алып барыусыһы Фәрүәз Урманшин лайыҡ булды.
Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, рәссам Михаил Спиридоновҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы” исеме бирелде.
Бөгөн бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Ҡазан ҡала филармонияһы артисы Рөстәм Асаев, Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле әйҙәүсе артисы, балет артисы Айбулат Баһауетдинов, ошо уҡ ансамбль артисткаһы Рәзилә Билалова, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе артисы Рудамир Басиров, Яр Саллы ҡалаһынан “Энергетик” мәҙәниәт һарайы артисткаһы Лилиә Букеева, Республика халыҡ ижады үҙәге артисы Заһир Зәйнетдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Дәүләт рус драма театры артисы Артур Ишмөхәмәтов, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы Эльмира Юлдашева һәм башҡалар ошо мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.
Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков, республиканың Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Әлфиә Ҡолһарина, үҙешмәкәр художествола ҡатнашыусы Әлфиә Морҙабаева һәм башҡалар “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры артистары Марат Вәлиев, Айгөл Моратова һәм Илшат Мөслимов Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бөгөн барлығы 60 мәҙәниәт хеҙмәткәре тәбрикләнде.
– Йөрәктән сыҡҡан изге теләктәремде һеҙгә еткерәм. Былтыр пандемия осоронда ла һеҙ онлайн саралар ойошторҙоғоҙ, – тине Радий Фәрит улы. Республика Башлығы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, именлек теләне. Ул киләсәктә лә мәҙәниәт өлкәһенә етди иғтибар бүленәсәге хаҡында әйтте.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас