Өфөлә “Йомарт театр” тигән мәрхәмәтлек акцияһы үтте. Был сараны “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк советы республика реабилитация үҙәгенең һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар өсөн ойошторған.
“Йомарт театр” акцияһы сиктәрендә йәш тамашасылар өсөн спектаклдәр күрһәттеләр. Мәҫәлән, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында экскурсия ойошторолдо, ҡыҙ һәм малайҙарға театр һәм артистар тураһында һөйләнеләр. Балалар иһә “Шешҡолаҡ Эдвардтың мөғжизәле сәйәхәте” тигән сәхнә әҫәрен ҡараны.
Ә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында иһә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, “Йәшә!” тигән спектакль сәхнәләштерелде.
– Миңә бында бик оҡшаны, – тип һөйләй Өфө районының Авдон ауылынан килгән Владислав Хәйруллин. – Был театрҙа мин беренсе тапҡыр, спектакль ныҡ оҡшаны. Киләсәктә тағы ла барасаҡмын.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы.